Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
24 Апрель 2021, 19:05

Яңғыҙлыҡ

Әммә төн уртаһында мейес башынан шапылдап нимәлер төшөүҙәр көн һайын ҡабатлана башланы. Әйтерһең мейес башынан фуфайка ташлайҙар. Ауырыуым да көсәйгәндән-көсәйә бара. Яҙға табан ҡыҙым бер ҡайтҡанында, ҡаршылашыуыма ҡарамай ике мейесте лә боҙоп ташланы. Береһенең төбөндә мөгөҙлө кәзә башы һөйәге ята ине, бер урыны ҡанһырап тора. Ә мейестең һалыныуына утыҙ биш йылдан ашҡан. Аптырарлыҡ хәл. Көрәк менән биҙрәгә һалып йылға аръяғына алып барып күмдек.

ГӨЛДӘР КАЛИМУЛЛИНА

Яңғыҙлыҡ

(соцработник яҙмаларынан)

Үҙемдең ғаиләм кеүек өйрәнеп бөткән ололарҙың күптәре аралашыу етмәгәнлектән, яңғыҙлыҡтан зарыға ине. Күптәренең ауырыуҙарының сәбәптәре лә шунандыр тигән һығымтаға килдем оҙаҡ ҡына йылдар эшләү дәүерендә. Улар ярай үткәндәре, хәтирәләре менән йәшәй. Өйҙәре йылы, балалары килеп китһәләр, пенсиялары ваҡытында килһә – шунан ҡәнәғәт.

Ә йәшерәк быуындың яңғыҙлығын бөтөнләй уйламай ине ошоғаса. Бер еңгәнең һөйләгәнен тыңлағас, оҙаҡ ҡына һеңгәҙәп йөрөнөм. Бер нисек тә башыма һыйҙыра алманым. Әкиәт, тиер инем, еңгәнең өнһөҙ генә күҙҙәренән йәштәрен ағыҙа-ағыҙа һөйләүе ысынбарлыҡ ине. Ысын тиһәң тағы…

Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлдәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәр. Шулай ҙа бер асылғанда һөйләйем әле, – тип башланы һүҙен еңгә. Ҡайнағаң үлгәс яңғыҙ донъя йөгөн һөйрәүе ауыр булды. Утын-бесәнен әҙерләр кәрәк, өс бала. Ул саҡта хәҙерге кеүек хөкүмәт аҡсаны ҡайырып бирмәй ине. Етешмәгәнлек үҙәкте өҙә. Утын-бесән алдырһаң да кеше иренә ялыныр кәрәк. Һүҙ сыҡмаһын, – тип ҡатынын да ҡуша ҡунаҡҡа саҡырам, икеләтә расход. Балаларға ла ауырлыҡ төштө. Шәл бәйләп һатып аҡса эшләйбеҙ. Ҡыҙҙар эргәләрен бәйләй. Үҙем аялап иләйем. Малды ҡарау, хөкүмәт эше лә үҙемә.

...Шулай бер ваҡыт бәләкәй ҡыҙҙы өйҙәге эштәрҙе ҡараштырырға ҡуштыҡ та бесән йыйырға киттек. Бер урында өс күбәләй бакуй ямғырға эләгеп йыйылмай ҡалғайны. Һуңғы күбәне күбәләп бөтөп ҡуяйыҡ тип ҡыҙҙар менән эңергә ҡалдыҡ. Ҡайтырға йыйынғайныҡ, ҡапыл ғына көслө ел иҫеп күбәнең башын осорҙо. Шул саҡ быуындарым таралып, арыуымды тойҙом. Күбәне төҙәтеп, йәйәүләп ҡайттыҡ. Мунсала сабынһам да, аҙаҡ ял итеп алһам да арыуым үтмәне, киреһенсә, ауырайҙым, тамағыма аш барманы. Өҫтәүенә ныҡ ябыҡтым, эшкә барымым кәмене. Көҙ ҙә етте. Балалар уҡыуҙарына таралышты. Ҡыҙым ялға ҡайтты. Иртән торғас:

Әсәй, төндә мейес башынан нимә ҡолап төштө ул? – тип һораны. Кейәүем дә быны ишеткән. Был шулай үтеп китте.

Ҡыҙым икенсе тапҡыр ҡайтҡанында ҡыш ине. Ғәҙәттәгесә икәүләшеп кис оҙаҡ ҡына шәл бәйләп ултырҙыҡ. Ятыр алдынан тышҡа сығырға булдыҡ. Өй мөйөшөндә генә кемдеңдер тәрән итеп йыш-йыш тын алғаны ишетелә. Ҡурҡыштан йүгереп инеп киттек. Ҡыҙым ауыл буйынса барлап, ирһеҙ ҡатынға кемдең килеүе ихтималлығын барлай башланы. Иртән тороп тышҡа сыҡтыҡ, ҡарҙа ҡалған эҙҙәр буйынса «төнгө ҡунаҡты» табырға булдыҡ. Әммә теге мөйөштә бер ниндәй ҙә эҙ-фәлән юҡ ине. Был хәл тамам ҡурҡытты. Ауырыуым да көсәйә барғас, Юлыҡтағы игеҙәк күрәҙәселәргә барып ҡарамаҡсы булдыҡ.

Ендәр күсенгәндә юлында торғанһығыҙ. Һиңә ен эйәләшкән. Ул балаларыңдың килгәнен яратмай. Яңғыҙ йәшәүеңде көҫәй. Мейесең аҫтына эйәләшкән. Шунан уны алып, йылға аша, өс көрәк тәрәнлегенә күм, – тине.

Бетеү яҙып бирҙе. Ҡайтып ике мейесте лә ентекләп тикшереп сыҡтыҡ. Бер генә йөй булһасы. Мейесем төтәмәй, һәйбәт көйө. Әллә нисә йылдар элек, мин килен булып төшкәнсе үк, бейемем һалған мейес. Минең был өйҙә йәшәүемә лә утыҙ биш йыллап ғүмер үткән. Ышанманыҡ, боҙмаҫҡа булдыҡ. Мейессене лә ҡайҙан табаһың? Уға нисек түләйһең?

Әммә төн уртаһында мейес башынан шапылдап нимәлер төшөүҙәр көн һайын ҡабатлана башланы. Әйтерһең мейес башынан фуфайка ташлайҙар. Ауырыуым да көсәйгәндән-көсәйә бара. Яҙға табан ҡыҙым бер ҡайтҡанында, ҡаршылашыуыма ҡарамай ике мейесте лә боҙоп ташланы. Береһенең төбөндә мөгөҙлө кәзә башы һөйәге ята ине, бер урыны ҡанһырап тора. Ә мейестең һалыныуына утыҙ биш йылдан ашҡан. Аптырарлыҡ хәл. Көрәк менән биҙрәгә һалып йылға аръяғына алып барып күмдек.

Шунан һуң өйөбөҙ тынысланып ҡалды. Үҙемә лә хәл инде. Ә ҡыҙҙарым яңғыҙ йәшәмәҫкә кәңәш итте. Бына ағайыңды индерҙем инде йортҡа. Көн өсөн түгел, дин өсөн, – тип ул еңгә һүҙен тамамланы.

Беҙ белмәгән әллә ниҙәр барҙыр инде был донъяларҙа.

Читайте нас: