Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
29 Март 2021, 22:05

Ике донъяны тоташтырған ... сым

Уйламағанда сәстәрем ҡойола башланы. Уянған һайын яҫтыҡ өҫтөндә ус-ус булып ята. Ҡотом осто! Дауаханаға барып, булған анализдарҙы тапшырҙым. Барыһы ла һәйбәт. Парикмахерға барып сәс өсөн махсус шампунь, маска һ.б. һ.б. һатып алдым. Юҡ, ярҙам итмәй. Ирем дә ҡойолған сәстәремә ҡарап: “Тиҙҙән һинең сәстәрең бөтөнләй ҡалмаҫ ул”,-тип ҡуйғас, ҡыйын булып китте...

Уйламағанда сәстәрем ҡойола башланы. Уянған һайын яҫтыҡ өҫтөндә ус-ус булып ята. Ҡотом осто! Дауаханаға барып, булған анализдарҙы тапшырҙым. Барыһы ла һәйбәт. Парикмахерға барып сәс өсөн махсус шампунь, маска һ.б. һ.б. һатып алдым. Юҡ, ярҙам итмәй. Ирем дә ҡойолған сәстәремә ҡарап: “Тиҙҙән һинең сәстәрең бөтөнләй ҡалмаҫ ул”,-тип ҡуйғас, ҡыйын булып китте.

Ә минең сәстәрем оҙон, ҡуйы, тулҡын-тулҡын булып ята. Бала саҡтан тарай алмай илап бөтә торғайным. Йәш саҡта әллә нисәмә мәртәбә мөнтәп тә ташланды. Тик ваҡыт уҙа бара ғына оҙон сәстәрҙең ҡатын-ҡыҙҙың төп матурлығы булыуын аңлайһың икән. Шуға күрә сәсһеҙ ҡалырмын, тип ҡайғырҙым. Әхирәтем миңә һаулыҡ буйынса ла проблемаларҙы әйткән күрәҙәсегә алып китте. Мин ундай-бындай нәмәгә ғүмере ышанмаған кеше, ялтыр баш булып ҡалмаҫ өсөн, уға эйәреп киттем. Күрәҙәсе (уныһы йәш ҡатын бит әле) миңә һынсыл ғына ҡараш ташланы ла: “Сәстәреңде йыймай йөрөргә яратаһың икән. Уларҙың бер нисә бөртөгөндә лә күпме энергия! Уларҙы һаҡларға кәрәк. Һинең һау сәс бөртөктәреңде бер кеше йыйып алып үҙенең сихырында ҡулланған йәғни уның ҡара уйҙары һинең сәстәрең аша үтә. Ябай итеп аңлатҡанда һинең сәстәрең ике донъяны тоташтырыусы сымдар булып тора”,-тине. Мин көлөргәме-иларғамы, ышанырғамы-юҡмы, тип уға ҡарап ҡаттым.

Күрәҙәсегә ете мәртәбә барырға тура килде. Дөрөҫөн әйткәндә мин уның һүҙҙәренә ышанманым. Тик уның “дауалауынан” һуң сәстәрем ҡойолоуҙан туҡтаны.

Читайте нас: