Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
17 Февраль 2021, 20:55

Ҡыуып сығарҙы

Икенсе көндө эштән ҡайтһам, ирле-ҡатынлы миңә зарланып ултыра. “Һин барыһын да боҙоп киткәнһең: телевизор тоҡанмай, душтан берсә ҡайнар, берсә боҙло һыу ҡойола, һыуытҡысты асып булмай ҙа ҡуя”. Ышанмай барып ҡараһам – барыһы ла эшләй...

Өйөмдөң эйәһе барлығына ышандым. Уйламағанда алыҫтағы, мин бала саҡтан яратмаған туғандарым килеп төштө. Был ирле-ҡатынлы шул тиклем алама холоҡло, улар өсөн барыһы ла насар, тик улар ғына дөрөҫ йәшәй, көн-төн кеше яманлап ултырырға әҙерҙәр. Етмәһә икеһе лә өйҙө күтәрә алырлыҡ итеп хырылдап йоҡлай. Шул тиклем ауыр ине былар менән бер ҡыйыҡ аҫтында булыуы! Бер төн хырылдаған тауышҡа түҙмәй: “Өй эйәһе, мине ишетһәң, ҡыуып ҡайтарсы әле был икәүҙе”,-тинем.

Икенсе көндө эштән ҡайтһам, ирле-ҡатынлы миңә зарланып ултыра. “Һин барыһын да боҙоп киткәнһең: телевизор тоҡанмай, душтан берсә ҡайнар, берсә боҙло һыу ҡойола, һыуытҡысты асып булмай ҙа ҡуя”. Ышанмай барып ҡараһам – барыһы ла эшләй. Төнөн быларҙың хырылдағаны ишетелмәне. Иртәнсәк ағай тейешле кеше: “Ҡайтабыҙ беҙ. Өйөң әллә ниндәй. Карауат йомшаҡ, ә өҫтөнә ятһаң быяла онтағында ятҡан кеүек”,-тип ҡабаланып сығып киттеләр. Һәр саҡ маҡтанып, үҙен әллә кемгә ҡуйған әхирәтеимде лә өй эйәһе миңә йөрөмәҫлек итте. Ул миңә килгән һайын уйламаған ергә төкөй – ҡолай башланы. Һуңынан миңә шылтыратып: “Килһәң үҙең кил. Инең өйөңдә мине һәр саҡ кемдер эткән – һуҡҡан кеүек”, -тине. Шулай итеп, бар йәнемде көйҙөргән кешеләрҙән ҡотҡарҙы мине Эйәм.

Читайте нас: