Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
6 Февраль 2021, 00:20

Өй эйәһе асыуланһа...

Ә эш былай булған икән: улар беренсе төндө беҙҙең фатирҙа йоҡларға ятҡас, мөйөштә ниҙер ҡыштырлаған. Апайым еҙнәйемә фатирҙың эйәһе барлығын, әммә уның бер кемгә лә зыян килтермәүен әйткән. Еҙнәйем ышанмай көлә башлаған...

Өй эйәләренән көлөргә ярамай. Быны беҙгә өләсәйем электән әйтә торғайны. Беҙ 4 бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Йорттарына ремонт яһай башлағас еҙнәйем менән апайым беҙҙә ваҡытлыса йәшәй башланы.

Улар килгәндең икенсе көнөнә иртәнсәк йыуынып торғанда мине кемдер арттан ныҡ итеп төрттө. Аптырап әйләнеп ҡараным – бер кем дә юҡ. Тешемде таҙарта ғына башлағайным, тағы шул уҡ хәл. Ҡурҡа-ҡурҡа кухняға сыҡтым. Унда еҙнәйем тиргәнә-һүгенә ниҙер эҙләй. Сүкешен юғалтҡан икән. “Ошонда ғына һалғайным бит”,-тип һөйләнә.

Мин эшкә киттем. Ялда булған еҙнәй өйҙә ҡалды. Ҡайтһам залдың стенаһына йод түгелгән, ә уның буш һауыты өҫтәлдә ята. Еҙнәйҙән: “Кем килде?”-тип һорайым. “Бер кем дә килмәне, үҙем дә сүкеште тапмай йоҡлап киткәнмен”,-тине. Ашарға ултырғайныҡ еҙнәй йүгереп килеп сыҡты: “Кемегеҙ беҙҙең карауатҡа елем түкте?!”

Шул саҡ апайым: “Мин һиңә беҙҙең өй эйәһен үсекләмә тип әйттем бит. Ғәфү үтен унан”,-тине.

Ә эш былай булған икән: улар беренсе төндө беҙҙең фатирҙа йоҡларға ятҡас, мөйөштә ниҙер ҡыштырлаған. Апайым еҙнәйемә фатирҙың эйәһе барлығын, әммә уның бер кемгә лә зыян килтермәүен әйткән. Еҙнәйем ышанмай көлә башлаған. Шул саҡ мөйөштә тағы ла ниҙер ҡыштырлаған. Еҙнәйем: “Ана-ана, өй эйәһе килә, ҡурҡам-ҡурҡам!”-тип һаһылдап көлә башлаған.

Быларҙың барыһын да ишеткәс, әсәйем кейәүенең өй эйәһенән ғәфү үтенеүен талап итә башланы. Тегеһе ҡәйнәһенә ҡаршы әйтә алмай, теләр-теләмәҫ ғәфү үтенгән булды. Фатирыбыҙ тынсып ҡалды. Юғиһә төндәрен берсә кран асыла, берсә гөрһөлдәп кәштәнән китаптар ҡойолоп төшә ине. Еҙнәйем сүкешен ял көнөндә генә табып алды. Дуҫтары меән балыҡҡа йыйынып йөрөй ине. Тик уның урынына ҡәйнәһенә вәғәҙә биргән эштәрҙе башҡарырға тура килде уға. Бына шулай – өй эйәһенән көлөр алдынан мең тапҡыр уйлағыҙ.

Читайте нас: