Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
3 Февраль 2021, 22:35

Кемгә ҡамасаулайым?

Тик ҡурҡыу китмәне. Бөгөн таңға уянып киттем дә, үҙемдә тынысһыҙлыҡ, ниндәйҙер бушлыҡ тойҙом. Янымдағы бесәйем дә тынысһыҙлана...

Мин бала саҡтан тынысһыҙ йоҡлайым. Йыш ҡына ҡурҡып ата-әсәйемде уята инем. Хәҙер яңғыҙ йәшәйем. Тик ҡурҡыу китмәне. Бөгөн таңға уянып киттем дә, үҙемдә тынысһыҙлыҡ, ниндәйҙер бушлыҡ тойҙом. Янымдағы бесәйем дә тынысһыҙлана, тик һыйпатмай ҙа, яҡын да килтермәй. Шул саҡ ыҙаларымды һөйләгән саҡта бер инәй өйрәткән доға иҫемә төштө. Шуны ҡысҡырып уҡый башланым. Ҡапыл янымда ниндәйҙер томан, унда кеше йөҙө күренеп ҡалғандай булды. Тимәк, кемдер миңә йоҡларға ҡамасаулай һәр саҡ. Тик кем? Доға уҡығандан һуң бесәйем дә тынысланып, яныма килеп ятты.

Читайте нас: