Ят кешенән әйбер алма. Ошо һүҙҙе беҙ бала саҡтан ишетеп үҫтек. Тик был тыйыуҙың ҡайҙан килеүен уйламай ҙа торғайныҡ. Минең танышымдың ҡыҙы кейәүгә сығыр алдынан егетенең ауылына ҡунаҡҡа китте. Туй көнө билдәле булғас, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәнек. Дөрөҫөн әйткәндә, улар ике йыл бергә йәшәй ине инде. Артабан танышымдың һүҙҙәрен килтерәм.
Ҡыҙым өйгә хәлһеҙ генә ҡайтып инде, ябыҡҡан, һурығып киткән, күҙ төптәре ҡап-ҡара. “Нимә булды, ауырып киттеңме әллә?”-тип һораным. “Юҡ, әсәй, башым ауырта, хәлем юҡ”,-тине. Кискеһен ванна бүлмәһендә бик матур балдаҡты күреп ҡалдым. Ҡиммәтле таштар ҡуйылған. Кейәү бүләк иткән, ә был ҡиммәтле әйберҙе теләһә ҡайҙа ҡалдырып йөрөй тип йоҡлап ятҡан ҡыҙымдың бүлмәһенә индереп һалдым. Төнөн уның ҡурҡыныс тауыш менән ҡысҡырғанына уянып киттем. Ҡыҙым шулай өс төн һаташты. Ниңәлер уның балдаҡты кейгәндә йәки балдаҡ уның бүлмәһендә булғанда ғына хәлһеҙләнеүен, ә башҡа саҡта барыһы ла һәйбәт булыуына иғтибар итмәгәнмен. Бер көн ҡыҙым кискеһен тышҡа йыйынды. “Кейәү бүләк иткән балдаҡты кеймә. Ҡиммәтле бит, төшөп ҡалыр”,-тинем. Ҡыҙым: “Ә мин уны ауылда эскәмйәлә табып алдым. Тәүҙә ҡыҙҙар менән уның эйәһен эҙләнек, тапмағас, миңә булды”,-тине. Был хәбәр мине шомландырҙы. Ҡыҙымды ҡиммәтле балдаҡ урлауҙа ғәйепләрҙәр, тип ҡурҡтым. Шул ауылдағы танышыма шылтыратып барыһын да һораша башланым. Ә ул мине бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы. Яңыраҡ ауылда өйләнешергә йөрөгән ҡыҙ менән егет аварияла һәләк булған икән. Ҡыҙҙың ҡулында ҡиммәтле балдаҡ булған, тик ул мәрхүмдәрҙе ерләр алдынан юғалған. Һәләк булған ҡыҙҙың апаһы алған, тип шикләнгәндәр. Балдаҡты урлаған ҡыҙ ошонан һуң ауырыуға һабышҡан. Бер әбейгә барған икән, “Һин балдаҡты урлап мәрхүм кешенең кәләшенә әүерелдең, ул һине теге донъяға һөйрәй. Тере ҡалғың килһә, балдаҡҡа яңы эйә тап”,-тигән. Минең ҡыҙым килеп ҡайтҡандан һуң балдаҡты урлаған теге ҡыҙ һауыға башлаған. Ҡурҡыныс ваҡиғаны белгәс, ҡыҙым менән һәләк булған ҡыҙ һәм егеттең ҡәберенә барып теге балдаҡты шунда күмдек, унан мулланан уларға аяттар бағышлаттыҡ.
Ҡот осҡос, шулай бит? Эргәбеҙҙә генә ниндәй ҡурҡыныс хәлдәр булып тора. Шуға күрә ят кешенән әйбер алмау, табып алған һәр нәмәгә шикләнеп ҡарау кәрәктер.