Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
30 Ғинуар 2021, 16:11

"ҠАЙТ!"

Бер егет йәбешеп тигәндәй бейергә саҡырҙы. Былай мөләйем генә күренгәс, ризалаштым. Шул саҡ кемдер минең арҡама һуғып ебәргәндәй тойолдо. Әйләнеп ҡарайым, бер кем юҡ...

Мин ҡартатайыма һыйынып, уны ныҡ яратып үҫтем. Ата-әсәйем ситтә эшләгәс, мине йыш ҡына ауылда ҡалдырҙылар. Өләсәйем ниңәлер һәр саҡ ҡырыҫ, уҫал булды. Ҡартатайым уның тап киреһе ине: һәр саҡ йылмайып йөрөнө, көлдөрҙө, балыҡҡа ла, һунарға ла мине алып китте. Өләсәйем уны буштан-бушҡа йыш әрләй торғайны. Ҡартатайым бындай саҡта күҙҙәрен йомоп йылмайып тик ултыра торғайны. Өләсәйем әрләй-әрләй ҙә, ҡул һелтәй ине. Бәхетле саҡтар булды ул! Ҡартатайымдың үлеме лә кинәт булды. Ғәҙәттәгесә миңә тыныс йоҡолар теләп, маңлайымдан һыйпап йоҡларға ятты ла, иртәнсәк уянманы ла ҡуйҙы. Бик ауыр кисерҙек был ҡайғыны. Мин көн дә ҡартатайым төшөмә инһә ине тип теләнем, тик ул миңә күренмәне.

Йылдар үтә бара яҡын кешемде юғалтыу ҡайғыһы баҫыла төштө. Бер көн әхирәтемә эйәреп күрше ауылға киттем. Кискеһен клубҡа сыҡтым. Бер егет йәбешеп тигәндәй бейергә саҡырҙы. Былай мөләйем генә күренгәс, ризалаштым. Шул саҡ кемдер минең арҡама һуғып ебәргәндәй тойолдо. Әйләнеп ҡарайым, бер кем юҡ. Аптырандым. Инде бейей башлағайныҡ, тағы шул уҡ хәл ҡабатланды. Шул саҡ ҡолағыма: “Хәҙер үк сығып ҡайтып кит!”-тигән ҡартатайымдың тауышы ишетелде. Был тауыш шул тиклем асыҡ ине, аптырап, тирә-яғыма ҡарап ҡартатайымды эҙләй башланым. Музыка тауышы ҡолаҡты ярып алып бара, ә шулай ҙа ҡартатайымдың тауышы: “Ҡайт, ҡайт”,-тип ҡабатлай.

Ҡурҡып та, аптырап та клуб алдына сыҡтым. Ҡараһам, минең ауылдаштарым ҡайтырға йөрөй. Әхирәтемдә йоҡларға тейеш булһам да, уны менән тиҙ генә хушлаштым да, ҡайтып киттем. Ә икенсе көндө мине бейергә саҡырған егеттең бер ҡыҙҙы көсләүе хаҡында ишеттем. Шунан һуң ҡартатайымдың йәне һәр саҡ минең менән бергә булыуын, уның мине яҡлап-ҡурсалап йөрөүен аңланым.