Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
31 Декабрь 2020, 17:05

Ниҙәр вәғәҙә итәһең, ЯҢЫ ЙЫЛ?!

2021 йылдың 12 айы ла тыныс үтәсәк, тип фаразлай астрологтар. Һыйыр (Үгеҙ) йылы маҡсатҡа ынтылыусан, хис-тойғоларын, еңмешләнеүен ситкә ҡуйып ныҡлып эшкә тотонғандарға ярҙам итәсәк. Бар эште иртәгегә ҡалдырып, бәхетле осраҡҡа ышанғандарға тиҙ арала үҙгәрергә тура киләсәк. Сөнки Һыйыр тик ныҡышмал, тырыш, уңғандарға ғына уңыш килтерәсәк.ҠуҙыЙондоҙҙар ҡуҙыларға бөгөндән 2021 йылға юғары пландар ҡора башларға тәҡдим итә...

Тырыштар буш ҡалмаҫ

2021 йылдың 12 айы ла тыныс үтәсәк, тип фаразлай астрологтар. Һыйыр (Үгеҙ) йылы маҡсатҡа ынтылыусан, хис-тойғоларын, еңмешләнеүен ситкә ҡуйып ныҡлып эшкә тотонғандарға ярҙам итәсәк. Бар эште иртәгегә ҡалдырып, бәхетле осраҡҡа ышанғандарға тиҙ арала үҙгәрергә тура киләсәк. Сөнки Һыйыр тик ныҡышмал, тырыш, уңғандарға ғына уңыш килтерәсәк.

Ҡуҙы

Йондоҙҙар ҡуҙыларға бөгөндән 2021 йылға юғары пландар ҡора башларға тәҡдим итә. Сөнки Һыйыр уларға көтөлмәгән һөйөнөслө бүләктәрен әҙерләп тә ҡуйған. Тик был тырыш ҡуҙыларға ғына ҡағыла. Шулай уҡ уларға һаулығын ваҡытында хәстәрләргә кәңәш ителә. Сөнки күп осраҡта ҡуҙылар аяҡтан йығылғансы йөрөй һәм һөҙөмтәлә етди сирҙәргә дусар була. 2021 йылда һәр ауырыуын ваҡытында иҫкәртеп торған ҡуҙыларҙы һаулыҡ менән проблема борсомаясаҡ. Был йылда уларға айырыуса тештәрен һаҡларға кәңәш ителә. Ғаиләле ҡуҙыларҙы тыныс ваҡыт көтә. Яратҡаның менән проблемалар артта ҡалып, сираттағы “баллы” айҙар башланырға тейеш. Бер нимәгә ҡарамаҫтан мөнәсәбәттәре яйланмаған ҡуҙыларға, йондоҙҙар артабан бындай никахтан баш тартырға кәңәш итә. Шул саҡта һеҙ быйыл уҡ үҙ йәрегеҙҙе табасаҡһығыҙ. Яңғыҙ ҡуҙылар быйыл, ниһайәт, үҙ “яртыһын” табасаҡ. Тик матурлыҡҡа алданып, яңы танышҡан кешегә бар банк карточкаларын тоттороуҙан һаҡ булығыҙ. Карьера яғынан тик тырыш ҡуҙылар ғына уңыштарға өлгәшәсәк. Шулай уҡ алған аҡсағыҙҙы шунда уҡ тотоноп бөтөүҙән һаҡ булығыҙ. Был осраҡта бурысҡа батыуығыҙ бар. Ир-егет ҡуҙылар яңы эш башлаһа, уларҙы тик уңыштар көтәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға маҡсатыңа ирешеү өсөн башҡаларҙы юҡҡа сығарыуҙан һаҡ булыр кәрәк. Шул осраҡта ғына һеҙҙең йортоғоҙҙа ла, эшегеҙҙә лә, шәхси тормошта ла тик ҡыуаныслы хәлдәр буласаҡ.

Буға

Буғаларҙы иҫ киткес яҡшы айҙар көтә. Һеҙ ҡуйған бар маҡсаттарығыҙға ирешә аласаҡһығыҙ. Тик бының өсөн еңмешлек, үҙһүҙлелегеҙҙе ситкә ҡуйырға кәрәк буласаҡ. 2021 йылда һеҙгә һаулығығыҙға ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк. Сөнки хроник сирҙәрегеҙ аҙып китеүе бар. Айырыуса йөрәк, ҡан баҫымы менән яфаланғандарға табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эштә буғаларҙы юғары уңыштар көтә. Икенсе эшкә күсергә уйлаһағыҙ, был бик уңайлы осор. Яңы урында һеҙ тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүҙән тыш, күңел тыныслығы ла табасаҡһығыҙ. Һыйыр йылында буғаларға ревизор, аудитор булыуҙан ҡырҡа баш тартырға кәрәк. Был һеҙгә өҫтәмә күңелһеҙ мәшәҡәттәр килтерәсәк. Аҡсаны һаҡсыл тотоноу мөһим. Кире осраҡта буғалар мартҡа тиклем аҡсаға ҡытлыҡ кисереүе бар. Өҫтәмә эш эҙләү уңыштар ғына килтерәсәк. Тик шиклеләренә тотонмағыҙ. Йылдың аҙағында иһә буғаларҙы ҙур аҡса – премия йәки уйламаған мираҫ алыу көтә. Ғаиләле буғалар яратҡанының һөйөүенә ҡойонасаҡ. Ә бына яңғыҙҙарға никахҡа инеү өсөн уңайлы мәл. Ир-егеттәргә йыл уңышлы булһын өсөн ғинуар-февралдә үк бар бурыстарығыҙҙы таратып бөтөргә кәрәк. Һеҙҙең тырышлыҡты етәкселек күреп, үрләү йәки эш хаҡына өҫтәмә көтә. Һыйыр йылы ҡатын-ҡыҙ буғаларға бик оҡшаясаҡ. Сөнки улар иғтибар үҙәгендә буласаҡ, бар эштәрен еңел башҡарасаҡ.

Игеҙәктәр

Игеҙәктәр өсөн йыл еңел килә тип әйтеп булмай: күтәрелештәр ҙә, күңелһеҙлектәр ҙә булыр. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Үҙен ҡулған алған игеҙәктәргә Һыйыр һәр саҡ ярҙамға киләсәк. 2020 йылда алһыҙ-ялһыҙ эшләү яңы йылда үҙен шунда уҡ һиҙҙерәсәк. Игеҙәктәрҙең бар хроник сирҙәре бер юлы ҡуҙғалыуы бар. Шуға күрә игеҙәктәргә ял итеп алыу мөһим. Эштә барыһы ла уңышлы барыр. Тик өҫтәмә бурыстар ҙа йөкмәтелер. Тик бының өсөн аҡса артыуын көтмәгеҙ. Көҙгөһөн уҡып алыу мөмкинселеген ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Был һеҙгә декабрҙә үк кәрәк буласаҡ. Сөнки йылдың һуңғы айында игеҙәктәрҙе ҡыуаныслы һәм перспективалы икенсе эш көтә. Шикләнмәйенсә күсегеҙ – һеҙҙең тормошоғоҙ тулыһынса үҙгәрәсәк. Был үҙгәрештәр күңел тыныслығы ла, финанс яҡтан күтәрелеү ҙә алып килер. Ғаиләле игеҙәктәр йыл дауамында яратҡан кешеһен үҙгәртергә маташыр. Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ һәм тәрбиә менән булышмағыҙ. Сөнки һөҙөмтәлә ғаиләгеҙҙе тарҡатыуығыҙ бар. Яңғыҙ игеҙәктәр уйламағанда ғашиҡ буласаҡ. Өйләнешеү тәҡдимен: дә һеҙгә тиҙ арала яһаясаҡтар. Тәҡдимдән баш тартмағыҙ – ғүмер буйы көткән мөхәббәтегеҙ ошо булыр һәм һеҙҙе уның менән бик бәхетле тормош көтә. Ир-егет игеҙәктәргә яңы эш асыу өсөн уңышлы осор. Ҡатын-ҡыҙ игеҙәктәр бар пландарын тормошҡа ашырып, төрлө һөйөнөстәр кисерәсәк.

Ҡыҫала

Һыйыр йылы ҡыҫалаларға һынауҙар ҙа, ҡыйынлыҡтар ҙа әҙерләмәгән. Шуға күрә һеҙҙе тыныс тормош көтә. Һаулыҡ яғына килгәндә барыһы ла яҡшы кеүек. Тик үҙ-үҙеңде һаҡламау хроник сирҙәрҙе ҡуҙғытыуы бар. Айырыуса байрам мәлдәрендә артыҡ эсеү-ашауҙан, әсе һәм ҡыҙҙырылған ризыҡтан баш тартырға кәрәк. Ялһыҙ эшләү туҡтауһыҙ баш ауыртыуына килтереүе бар. Эштә барыһы ла тыныс барасаҡ. Етәкселек үҙ эшен тырышып башҡарған ҡыҫалаларҙы мотлаҡ күрәсәк. Шул уҡ ваҡытта коллегаларығыҙға эс серҙәрегеҙҙе һөйләмәгеҙ, улар менән конфликтҡа инмәгеҙ. Икенсе эшкә күсеү тураһында әлегә уйламай тороғоҙ. Бының өсөн Һыйыр йылы уңайлы түгел. Ҡыҫала аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйәсәк. Йылдың икенсе яртыһында яҡшы ғына премия ла көтөлә. Шуға ҡарамаҫтан ҡыҫалалар күберәк аҡса эшләү теләге менән янасаҡ. Йондоҙҙар һеҙгә шикле эшкә ҡушылыуҙан һаҡ булырға саҡыра. Ул осраҡта барыһын да юғалтасаҡһығыҙ. Көҙгә ҡарай ҡыҫалалар йорт, машина һ.б. эре әйбер һатып алыу тураһында хыялланасаҡ. Был теләгегеҙ ҙә тормошҡа ашасаҡ. Ғаиләле ҡыҫалаларҙы еңел булмаған осор көтә. Туҡтауһыҙ мөнәсәбәт асыҡлау никахты юҡҡа сығарыуы бар. Яңғыҙ ҡыҫалаларҙы әгәр ҙә етди мөнәсәбәттәр, ғаилә ҡороу тураһында уйлаһа ғына, шәхси тормошта уңыштар көтә. Ир-егет ҡыҫалаларға яҙғыһын яңы эш тәҡдим итәсәктәр. Мотлаҡ ризалашығыҙ. Ҡатын-ҡыҙ ҡыҫалаларҙы әсә булыу, сәйәхәт итеү, киләсәк тормошто уңышлы планлаштырыу кеүек тик ҡыуаныслы мәлдәр көтә.

Арыҫлан

Әгәр Арыҫлан ситтә ултырыуҙы хуп күрмәһә, уны Һыйыр йылы тик ҡыуандырасаҡ ҡына. Маҡсаттар ҡуйып, яңы эшкә тотоноу, күсеү ваҡыты. Һәм бындай үҙгәрештәр арыҫландарға тик уңыштар килтерәсәк. Һаулыҡҡа зарланырға тура килмәҫ. Тик хроник сирле арыҫландарға даими рәүештә табиптарға күренеп торорға кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ алама ғәҙәттәрҙән һәм экстремаль спорт төрҙәренән баш тартығыҙ. 2021 йылда һаҡ булмаған арыҫландарҙың йәрәхәттәр алыуы бар. Эштә барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡала. Арыҫландар күптән эште алмаштырыу тураһында хыял йөрөтә. Был йәһәттән яратҡан шөғөлөгөҙҙө аҡса эшләү сығанағына әйләндерә торған мәл. Шулай уҡ өҫтәмә курстар ҙа үтеп алһағыҙ, ҡыйыу рәүештә икенсе эшкә күсә алаһығыҙ. Аҡса яғына килгәндә, арыҫландар был яҡтан ҡытлыҡ кисермәҫ. Уларға Һыйыр йылында аҡсаны йыйып, туплап барырға кәрәк. Был киләсәктә бик кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ үҙегеҙҙең финанс мәсьәләгеҙҙе бер кемгә лә ышанып тапшырмағыҙ. Аҡса һеҙҙең ҡулда ғына булырға тейеш. Ғаиләле арыҫландарҙың йортонда барыһы ла тыныс һәм яҡшы буласаҡ. Ә бына яңғыҙҙарға көнсөллөк тойғоһон ситкә ҡуйырға кәңәш ителә. Был яҡшыға алып бармаясаҡ. Ир-егет арыҫландарға аҡса эшләү өсөн уңайлы мәл. Быны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ арыҫландарҙы киләсәктә бик кәрәкле булған яңы танышыуҙар көтә.

Ҡыҙ

Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғандар, ниһайәт, иркен тын ала. Сөнки бар проблемалар артта ҡала. Һыйыр йылы уларға һәр яҡтан ярҙамға киләсәк. Ҡыҙға һаулығына бик иғтибарлы булырға кәрәк. Ябай һалҡын алдырыу ҙа ваҡытында дауаланмаһа етди проблемалар килтереүе бар. Ял итергә онотмағыҙ. Эштәге стресс та хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтереүе бар. Карьера яғынан да күтәрелеү көтә. Һеҙҙең тырышып эшләүегеҙҙе, һәр эште ваҡытында башҡарыуығыҙҙы күрәсәктәр һәм һөҙөмтәлә эш хаҡығыҙ артасаҡ. Етәксе булып эшләгәндәрҙе абруй-хөрмәт, яңы күтәрелештәр көтә. Аҡса яғына килгәндә, борсолмаһағыҙ ҙа була. Барыһы ла яҡшы булыр. Аҡсағыҙҙы һаҡлап барһағыҙ, киләсәктә уларҙы тағы ла күбәйтерһегеҙ. Үҙ эше менән шөғөлләнгәндәрҙе ҙур килемдәр көтә. Яңғыҙҙар апрель айында ғүмерлек мөхәббәтен осратасаҡ. Ә бына ғаиләлеләргә яҡындарына, балаларына күберәк иғтибар бирергә кәрәк. Эштә һуңға тиклем ҡалыу, ял көндәрендә эшләүҙе онотоп тороғоҙ. Юғиһә, ғаиләгеҙҙә аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуасаҡ. Ҡыҙ йондоҙлоғонда тыуған ир-егеттәргә һыйыр йылында үҙенә булған талапты, өлгәшергә теләгән маҡсаттарҙы тағы ла күтәрергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға юрамал һеҙҙе үҙегеҙҙән сығарыу, асыуландырыу өсөн һөйләнелгән һүҙҙәргә иғтибар бирмәҫкә кәңәш ителә.

Үлсәү

Үлсәүҙәргә һөнәри ҡаҙаныштарға өлгәшеү ваҡыты килеп етте. Тырышлыҡ һалырға, түҙем булырға ғына кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ныҡышмалы эш стрестарҙың сәбәпсеһе булыуы бар. Һөҙөмтәлә йоҡоһоҙлоҡ, тынысһыҙлыҡ барлыҡҡа киләсәк. Йондоҙҙар үлсәүҙәргә тынысланыу өсөн хәмер ҡулланыуҙан, тәмәке тартыуҙан баш тартырға ҡуша. Иң яҡшыһы – спорт менән шөғөлләнеү, йышыраҡ саф һауала йөрөү. Эштә барыһы ла яҡшы барасаҡ. Үлсәүҙәр үҙе кеүек маҡсатҡа ынтылыусан коллегалары менән уртаҡ тел табып, тиҙ генә уңыштарға өлгәшәсәк. Эш буйынса башҡа көтөлмәгән, һөйөнөслө яңылыҡтар ҙа көтөлә. Тик уңыштарығыҙ менән маҡтанырға ашыҡмағыҙ. Икенсе эшкә күсергә теләгән үлсәүҙәргә әлегә бер урында ҡалырға кәрәк. Яңы эш асыу өсөн дә ваҡыт етмәгән әле, сабыр булығыҙ. Уйламағанда күп аҡса килә башлауы етди һынау буласаҡ. Һеҙҙә уларҙы шунда уҡ тотоноу, ҙур нәмәләр һатып алыу теләге уянасаҡ. Был бик хәүефле. Һөҙөмтәлә һеҙ бар аҡсағыҙҙы юғалтып, финанс проблемалары килеп тыуыуы ихтимал. Шуға күрә аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотоноғоҙ. Мөхәббәт яғынан да һынау осоро. Хатта ғаиләле үлсәүҙәр ҙә үткәндә ҡалған элекке йәрҙәрен осратып башын юғалтыуы ихтимал. Хистәрегеҙҙе ауыҙлыҡлап тотоғоҙ. Юғиһә ғаиләгеҙҙе юғалтыуығыҙ бар. Яңғыҙҙарҙы ла әлегә етди мөнәсәбәттәр көтмәй. Ир-егеттәргә эштән ваҡытында ял итергә, ә ҡатын-ҡыҙ үлсәүҙәргә ғаиләһенә күберәк иғтибар бүлергә кәңәш ителә.

Саян

Саяндарҙы еңел булмаған һынауҙар осоро көтә. Ауырлыҡтар һәр өлкәлә лә күҙәтелер. Йыл башынан саяндарҙың һаулығы психологик көсөргәнештән ҡаҡшаясаҡ. Яҡындарығыҙ, коллегаларығыҙ менән һүҙгә килешеү, талашыу нервы ауырыуҙарын ҡуҙғытыуы бар. Шуға күрә тыныс булырға, үҙегеҙҙе асыуҙан тыйырға тырышығыҙ. Яҙғыһын күп саяндар аллергия менән яфаланыуы бар. Шунда уҡ дауаланыу сараһын күрегеҙ. Йыл башында Саянға бик яҡшы тәҡдим итәсәктәр. Баш тартмай, ҡурҡмайынса тотоноғоҙ. Тик маҡтаныуҙан, үҙегеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыуҙан һаҡ булығыҙ. Кире осраҡта тиҙ генә күтәрелгән кеүек, кире осоп төшкәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Ә бына сит илгә эшкә китергә ашыҡмай тороғоҙ. Саяндарға Һыйыр йылында бындай үҙгәрештәр эшләргә кәрәкмәҫ. Финанс яғынан йыл тотороҡло буласаҡ. Яҙғыһын Саянға хатта күптән онотҡан бурыстарын да ҡайтарасаҡтар. Шулай уҡ яҡшы эш хаҡы, премиялар ҙа буласаҡ. Аҡсағыҙҙы һаҡлап тотоноп, уны яңы эшкә һалһағыҙ, оторһоғоҙ. Ғаиләле саяндарға йондоҙҙар һаҡ булырға кәңәш итә. Сөнки уйламаған танышыу уларҙың ғаиләһен юҡҡа сығарыуы бар. Яңғыҙҙар яҙғыһын ғүмерлек мөхәббәтен осратасаҡ. Бәхетегеҙҙе ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ һәм никахҡа инегеҙ. Ир-егеттәргә башы менән эшкә сумырға, ә ҡатын-ҡыҙҙарға шәхси мөнәсәбәттәргә күберәк иғтибар бирергә кәңәш ителә.

Уҡсы

Уҡсыларҙы ҙур һәм ыңғай үҙгәрештәр көтә. Һыйыр йылы уның яғында буласаҡ. Шуға күрә проблемаларҙы ла йырып сығыуы еңел буласаҡ. Һаулыҡ яғынан барыһы ла яҡшы буласаҡ. Уҡсыларҙың энергияһы, яҡшы кәйефе ташып торасаҡ. Тик яҙға ҡарай тын алыу органдары яғынан ауырыуҙар башланыуы ихтимал. Бының өсөн өшөмәҫкә, ваҡытында табипҡа күренергә кәрәк. Йыл башынан эштә проблемалар башланыуы ихтимал. Был һеҙҙең иғтибарһыҙлыҡ һәм эшегеҙҙе ваҡытында башҡармауығыҙға бәйле буласаҡ. Шулай ҙа ваҡытында үҙегеҙҙе ҡулға алып, был проблеманы йырып сығырһығыҙ. Һыйыр йылында уҡсыларға аҡса йыйып ҡалыу өсөн бик уңайлы мәл. Эшләгән аҡсағыҙҙы әрәм-шәрәм итмәй, һалып барығыҙ, күбәйтергә тырышығыҙ. Йыл башында ҡиммәтле әйбер һатып алыу теләге уяныр. Ашыҡмағыҙ, һуңынан бик үкенергә тура килер. Йыл аҙағына ҡарай килемегеҙ ҡапыл артып китер. Ғаиләле уҡсыларҙы ҙур һынауҙар көтә. Улар алында айырылырғамы әллә бергә ҡалырғамы тигән сетерекле һорау килеп тыуасаҡ. Яңғыҙаҡтар иһә никах тураһында хыялланасаҡ. Тик ҡапыл тоҡанған хистәр, шулай уҡ һүрелеүе бар. Ир-егет саяндар өсөн – һөнәри ҡаҙаныштар, ҡатын-ҡыҙҙарға яратҡан шөғөлөн аҡса эшләүгә йүнәлтеү ваҡыты.

Кәзәмөгөҙ

Кәзәмөгөҙ өсөн хәл-ваҡиғаларға бик бай, әммә ҡатмарлы осор. Йондоҙҙар һеҙгә тормошоғоҙҙо ҡырҡа үҙгәртмәҫкә кәңәш итә. Нимә уйлаһағыҙ ҙа, яҡындарығыҙ менән мотлаҡ кәңәшләшегеҙ. Һаулыҡ яғынан әллә ни борсолоуҙар юҡ. Әммә йыл башланыу менән кәзәмөгөҙҙәрҙә өйөндә бикләнеп, бер ҡайҙа ла сыҡмау теләге уяныр. Был хәл-торошоғоҙҙо иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Витаминдар эсегеҙ, саф һауала йөрөгөҙ, кешеләр менән аралашығыҙ, тик яңғыҙ ҡалмағыҙ. Нервы көсөргәнешлеге ялһыҙ эшләүегеҙгә бәйле, шуға күрә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ваҡытында ял итегеҙ. Йыл башынан күп кенә кәзәмөгөҙҙәр карьера баҫҡысынан үрләүе бар. Эштәге ҙур уңыщтар апрелгә тиклем дауам итәсәк. Тик коллегаларығыҙҙың көнләшеүенән һаҡ булығыҙ. Улар һеҙгә уйламағанда аяҡ салыуы бар. Аҡсаға ҡытлыҡ кәзәмөгөҙҙәрҙе икенсе йәки өҫтәмә эш эҙләүгә этәрер. Ашыҡмағыҙ. Булған аҡсаны һаҡсыл тотонһағыҙ, финанс тотороҡлолоҡ килер һәм был йәһәттәге проблемалар йәйгә ҡарай юҡҡа сығыр. Тик яҡындарығыҙҙың һеҙҙән һәр саҡ ярҙам һорауы асыуландырып ебәрер. Борсолмағыҙ. Был ярҙамығыҙ киләсәктә һеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтасаҡ. Ғаиләле кәзәмөгөҙҙәргә яҡындары менән уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Яңғыҙҙарҙы яңы мөхәббәт көтә. Ир-егеттәргә кеше һүҙенә төшмәҫкә, ҡатын-ҡыҙҙарға эштә конфликтҡа инмәҫкә кәңәш ителә.

Һыуғояр

Һыуғояр өсөн яңы башланғыстар мәле етте. Иң ҡыйыу идеяларығыҙҙы ла тормошҡа ашырырға мөмкин буласаҡ. Һаулыҡ яғынан проблемалар булмаясаҡ. Тик йәйге осорҙа хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе бар. Ә йыл аҙағында йоҡоһоҙлоҡ аптыратыр. Был һеҙгә ял итергә кәрәклеге тураһында сигнал буласаҡ. Эштә уңыштарға өлгәшеү өсөн йыл башынан уҡ ең һыҙғанырға кәрәк булыр. Был осорҙа һеҙгә бик күп эште башҡарып өлгөрөү мөһим. Һеҙҙең тырышлыҡ ҙур уңыштарға юл һалыр. Икенсе эшкә күсергә ашыҡмағыҙ. Коллегаларығыҙ менән уртаҡ тел табырға тырышығыҙ. Кире осраҡта улар һеҙҙең күп башланғысты юҡҡа сығарыр. 2021 йылда һыуғоярҙар үҙҙәренең килемен күпкә арттыра аласаҡ. Был ғәҙел дә, сөнки улар Һыйыр йылында бар тырышлығын эшкә ҡушасаҡ. Яҙғыһын үҙ эшегеҙҙе асһағыҙ, киләсәктә аҡса яғынан ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Тик ашыҡмағыҙ, барыһын да уйлап эш итегеҙ. Ғаиләле һыуғоярҙарға күңелһеҙ булып киткән хәүефле мәл күп буласаҡ. Ошо мәлдә улар хыянатҡа барып, үҙ яртыһын мәңгегә юғалтыуы бар. Яңғыҙҙар яңы мөхәббәтен осратыр. Тик өйләнешеүҙе 2022 йылға ҡалдырыу хәйерле булыр. Ир-егеттәрҙе карьера баҫҡысы буйынса үҫеш көтә, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошонда күп ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ.

Балыҡ

Һыйыр йылы балыҡтарға күп ҡаршылыҡтар, проблемалар биргән кеүек, унан сығыу юлдарын да булдырасаҡ. Һаулыҡ йыл башында әллә ни борсомаҫ. Әммә йәйгә ҡарай йөрәк ауырыуҙары ҡалҡып сығыр. Мотлаҡ табипҡа күренегеҙ. Бынан тыш балыҡтар тиҙ генә ҡыҙып барыусанға әүерелер, йыш ҡына кәйефе булмаҫ. Бындай саҡта йондоҙҙар һеҙгә ял итергә кәңәш итә. Ни тиклем тырышһағыҙ ҙа, карьера баҫҡысынан да үрләп булмаҫ. Етәкселек һеҙҙең яҡшы эшегеҙҙе күрһә лә, рәхмәт әйтеүҙән ары китмәҫ. Яҙға табан яҙмышығыҙҙы хәл иткес танышыуҙар булыр. Тик был танышлыҡ менән коллективта маҡтанырға ашыҡмағыҙ. Барыһы ла тыныс барһын. Көҙгә ҡарай киләсәктәге карьера үҫеше өсөн мөмкинселек барлыҡҡа килер. Уны бер үк ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Тик тырыш балыҡтар ғына аҡса яғынан ҡытлыҡ кисермәҫ. Ҡалғандарға аҡса етмәүҙе тулыһынса тойорға тура килер. Шуға күрә йыл башынан эшкә ныҡлап тотонорға тура килер. Ғаиләле кешеләрҙең тормошонда проблемалар булып алыр. Һеҙҙең башкөллө эшкә сумыуығыҙ һөйгәнегеҙгә оҡшамауы бар. Шуға күрә уға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яңғыҙаҡтар ҡапыл ғашиҡ буласаҡ һәм никахҡа инәсәк. Бындай парҙар бәхетле һәм ғүмерлек буласаҡ. Ир-егеттәргә яңы эшкә тотоноу өсөн уңайлы мәл. Ҡатын-ҡыҙҙарға 2020 йылда тамамлай алмаған бар эштәренә нөктә ҡуйыу мөһим.

Читайте нас: