Әсәйем менән өләсәйем күптән мәрхүмәләр. Икеһенең дә яҙмышы ауыр булды, был донъянан да иртә китеп барҙылар. Икеһе лә бер көн генә айырма менән йәйгеһен мәрхүмә булды. Тере саҡтарында: “Ҡыш һыуығы үҙәккә үтә. Үлһәң, йәй үлер кәрәк ине”,-тип әйтерҙәр ине. Төшөмә бөтөнләй инмәйҙәр ине, кисә икеһен дә күрҙем. “Нисек һеҙ унда?”-тип һорайым. Әсәйем: “Яҡшы, тик ҡайһы саҡта аҡса етмәй китә”,-тине. “Аҡсаһыҙ йөрөмәгеҙ улай”,-тинем дә, кеҫәмдән мең һум аҡса сығарып биргәс, икеһе лә ҡыуанды. Уянып киткәс, әсәйҙең тыуған көнө икәнлеге иҫкә төштө. Кеҫәмдә ысындап та мең һум аҡса бар ине, шул аҡсаға эштәгеләргә хәйер йөҙөнән кофе һәм печенье алырға уйланым. Тик кассаға еткәс, кеҫәмдә аҡсам булмай сыҡты. Магазинға инер алдынан ғына ҡарап, кире һалып ҡуйғайным. Төшөп ҡалырлыҡ түгел – кеҫәм тәрән.