Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
17 Декабрь 2020, 11:40
22.12.2020
Был көндө биш "2" осраша. Ванга нимә фаразлаған?
Ванганың танышы Сергей Косторной 2020 йылдың 22 декабренә ҡарата фаразын белдерҙе. Ул был хаҡта ете көн ҡалғас ҡына һөйләргә рөхсәт биргән.
Шулай итеп, "2020 йылдың 22 декабрендә биш "2" һаны тура килә. Әгәр мөғжизә тыумаһа, кешелек уянмаһа һәм яуызлығын, аҡса артынан ҡыуыуын, һуғыштар ойоштороуын туктатмаһа - эпидемия кеүек нимәләр килеп сығыуы ихзтимал. Тарихҡа байҡау яһағанда, бындай сирҙең ҙур ғына биләмәләрҙе юҡҡа сығарыуын күрергә була. Көтөлмәгән һуғыштың да тоҡаныуы ихтимал», — тине Косторной Беренсе каналдағы биргән тапшырыуҙа.
Ванга бер ҡасан да нумерология менән мауыҡмаған, теүәл даталарҙы әйтмәгән. "22 декабрҙе хәүефләнеп көтөргә көрәк. “Ҡояшта ҡыҙынасаҡбыҙ, ҡояш ҡара күләгә булып тәгәрәйәсәк", - тине Ванга. 22 декабрҙә хәлдәр ҡояшта ҡурҡыныс ҡабыныуға килтерәсәк. Электрон приборҙарҙың сафтан сығыуын әйтмәйем. Тик был күп кешеләрҙең психикаһында сағылыш табасаҡ», - тип өҫтәй Косторной.
Шулай уҡ ул коронавирустың ҡасан сигенәсәге хаҡында ла мәғлүмәт бирә. "20 мартта яҙғы көн тигеҙләшкән көндө коронавирус менән проблема улай уҡ леген юғалтасаҡ, сөнки Ер бишенсе үлсәнешкә инәсәк», — ти ул.
Шулай итеп, Ванганың әйткәндәре раҫҡа килерме? 22 декабрҙе көтөргә генә ҡала.
Фото: кп.ру
Республика баҫмаларынан.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи