Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
11 Декабрь 2020, 22:55

Хушлашырға килгән

“Һеҙ табутҡа заказ биргәйнегеҙме?”-ти. Мин аптырап баш сайҡаным. Һуңынан өҫкө ҡатта бер бабай үлеп ҡалғанын ишеттем. Шулай ҙа күңелемә шом йүгерҙе. Ауылға барып атайым менән әсәйемдең хәлен белеп ҡайттым...

Яңыраҡ ҡына мин әсәйле һәм шуға күрә бик бәхетле кеше инем. Улар атайым менән ауылда йәшәне. Бер көн төшкөһөн беҙҙең ишекте кемдер шаҡыны. Асып ҡараһам, таныш булмаған ир тора. “Һеҙ табутҡа заказ биргәйнегеҙме?”-ти. Мин аптырап баш сайҡаным. Һуңынан өҫкө ҡатта бер бабай үлеп ҡалғанын ишеттем. Шулай ҙа күңелемә шом йүгерҙе. Ауылға барып атайым менән әсәйемдең хәлен белеп ҡайттым. Барыһы ла һәйбәт, ауырымайҙар. Ошо уҡ төндө ишектең ҡыңғырауы яңғырап китте. Асһам, бер кем дә юҡ, бер йолҡош ҡара бесәй генә ултыра. Тегене әрләп ҡыуып ебәрҙем. Ә ул оҙаҡ ҡына подъезда ҡысҡырып йөрөнө. Иртәнсәк миңә атайым шылтыратып әсәйемдең мәрхүмә булып ҡалыуын хәбәр итте. Уйламағанда, әсәйһеҙ тороп ҡалдым. Хәҙер әсәйемдең йәне шул бесәйгә инеп минең менән хушлашырға килгәндер, ә мин ҡыуып ебәрҙем тик ныҡ үкенәм. Бесәйҙе эҙләп ҡараным: минән башҡа берәү ҙә күрмәгән дә, ишетмәгән дә. Үкенескә генә ҡалды...

Читайте нас: