Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
8 Декабрь 2020, 14:05

Күктән төшкән ... аҡса

Яңы йыл алды. Ҡыҙым шыршы, мандарин һорап илай. Ял көнөндә өйҙән сығып китем. Балама шыршы алам, тинем. Кеҫәлә бер тин аҡса юҡ. Илай-илай барам...

90-сы йылдар. Эшләп йөрөһәң дә, аҡса ала алмаған заман. Иртәнән – кискә тиклем бил бөгөүең өсөн йышыраҡ кәрәкһеҙ әйберҙәр бирерҙәр ине. Яңы йыл алды. Ҡыҙым шыршы, мандарин һорап илай. Ял көнөндә өйҙән сығып китем. Балама шыршы алам, тинем. Кеҫәлә бер тин аҡса юҡ. Илай-илай барам. Үҙем: “Эй, Хоҙайым, ҡайтҡас баламдың күҙенә нисек ҡарармын?”-тип һамаҡлайым. Юл ситендәге һуҡмаҡтан барам. Шул саҡ күҙемә ерҙә йомарланып ятҡан ҡағыҙ аҡса салынды. Алдым да, аптыранып торҙом бер килке. Яңы ғына төшөрөп ҡалдырған булһалар тип, эйәһен күҙләнем. Бер кеше лә күренмәй. Өшөтә башлағас, ҡыуана-шатлана барып шыршы, әллә күпме тәмлекәстәр һатып алдым. Ҡайтһам, күптән бурысын бирә алмай йөрөгән ҡатын үҙе бешергән ҙур тортты ҡалдырып киткән. Балама матур Яңы йыл ойоштора алғаныма уйламаған мөғжизәгә рәхмәттәр уҡыным.

Читайте нас: