Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
6 Декабрь 2020, 20:20

Үлемде ... кисектереүсе

“Әсәйеңде ерләгәнһең икән. Уның һуңғы теләген үтәр өсөн бесәйе янынан китмәгән. Әсәйегеҙҙең йәнен алырға килгән үлемде ҡурҡытып ултырған. Ҡыҙығыҙҙы ла һаҡлаған бесәй. Әсәйегеҙ ике донъя араһында булғас, балаға теге донъяның шауҡымы йоҡмаһын өсөн уны үлем түшәгенә яҡын килтермәгән. Шулай ҙа бер аҙ зәхмәт ҡағылып бала ауырып алған икән..."

Әсәйем ҡапыл ауырып, түшәккә ятҡас, йортобоҙҙоң йәме һүнеп ҡалды. Врачтар: “Яман шештең һуңғы стадияһы”,-тигәс, аптырауыбыҙҙың сиге булманы. Әсәйебеҙ бер ҡасан да һаулығына зарланманы, һәр саҡ йүгереп тигәндәй йөрөнө.

Әсәйебеҙ түшәккә ятыу менән бесәйе уның янынан китмәне. Әйтерһең, хужабикәһенең: “Исмаһам, көн йылығансы йәшәр кәрәк ине”,-тигән һүҙҙәрен аңлай ине. Тик тиҙҙән ул беҙҙе ҡурҡыта башланы. Әсәйҙең хәле хөртәйә башлау менән янына барып ҡурҡыныс итеп мыяулай. Бәләкәс кенә йән эйәһенең шундай тауыш сығара алыуына аптырап ҡала инек. Ҡурҡып, бесәйҙе соланға быраҡтырабыҙ. Ә ул унда тағы ла ҡурҡынысыраҡ тауыш менән мыяулай, етмәһә ишекте тырнай. Әсәй хәлһеҙ генә: “Теймәгеҙ бесәйемә, ултырһын янымда”,-тигәс, кире индерҙек. Тиҙҙән бесәй беҙҙең 6 йәшлек ҡыҙыбыҙҙы тешләй башланы. Өләсәһе ятҡан бүлмәгә инеүе була, бесәй балаға ташланып тиерлек, тешләп ҡыуып сығара. Әсәйебеҙ ысынлап та көн йылығас мәрхүмә булды. Ошо хәлдән һуң ҡыҙыбыҙ ауырып китте. Ҡапыл ныҡ итеп ауырып киткән балабыҙ шулай тиҙ генә һауыҡты. Ә бесәйебеҙ әсәйебеҙҙән һуң теүәл 40 көндән үлде.

Күпмелер ваҡыт үткәс миңә бер күрәҙәсе менән аралашырға тура килде. Мин бер нәмә әйтмәһәм дә, ул үҙе һөйләп бирҙе: “Әсәйеңде ерләгәнһең икән. Уның һуңғы теләген үтәр өсөн бесәйе янынан китмәгән. Әсәйегеҙҙең йәнен алырға килгән үлемде ҡурҡытып ултырған. Ҡыҙығыҙҙы ла һаҡлаған бесәй. Әсәйегеҙ ике донъя араһында булғас, балаға теге донъяның шауҡымы йоҡмаһын өсөн уны үлем түшәгенә яҡын килтермәгән. Шулай ҙа бер аҙ зәхмәт ҡағылып бала ауырып алған икән. Әсәйегеҙҙең үлемен кисектерер өсөн, бесәй үҙенең ғүмерен биргән”.

Минең был хәбәрҙе ишетеп иҫ-аҡылым китте. Күрәҙәсенең һәр һүҙенә ышандым. Ҡайтып килгәндә урамда бер бесәй балаһы табып алдым. Ул әсәйемде һаҡлаған бесәйгә бер тамсы һыу кеүек оҡшаған. Ике йыл үтте, ә ошо бесәй мине үтәнән-үтә күрә кеүек.

Читайте нас: