Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
4 Декабрь 2020, 20:17

Ҡатынмы әллә ...?

Минең дуҫым рус милләтенән булараҡ, христиан динен тота. Йома, 13-ө. Был көндө ҡара көстәрҙе саҡырып булғанын белгән дуҫым да шайтанға мөрәжәғәт итергә була...

Минең дуҫым рус милләтенән булараҡ, христиан динен тота. Йома, 13-ө. Был көндө ҡара көстәрҙе саҡырып булғанын белгән дуҫым да шайтанға мөрәжәғәт итергә була. Ял көнө алдынан дуҫтары менән байрам итеп алған йәш ир интернетҡа инеп шайтанды нисек саҡырырға икәнлеген өйрәнә һәм эш башлай. Ниндәйҙер һүҙҙәрҙе өс мәртәбә ҡабатларға кәрәк була. Ул икенсе мәртәбә ҡабатлағандан һуң ишек ҡыңғырауы яңғырап китә. Шул уҡ мәлдә айыҡҡан дуҫым әкрен генә ишеккә яҡынлаша. Ә унда хәҙер ишек дөбөрләтә башлайҙар. Ни булһа ла булыр, тип ишекте асҡан дуҫым алдында ике йыл элек айырылған ҡатыны пәйҙа була. Ул фатирҙан нимәһендер алырға килгәнен белдерә. Дуҫым: “Бына күрәһеңме, мин бит уның менән юҡҡа айырышмағанмын. Шайтанды саҡырғанда нәҡ уның килеүе осраҡлы түгел бит”,-тип оҙаҡ тыныслана алманы.
Читайте нас: