Һаҡмар
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Серле донъя
3 Декабря 2020, 17:55
Йәне осҡанмы?
Тик ҡапыл ниндәйҙер шомло тауыш ишетелә башланы. Беҙ аңламай бер-беребеҙгә һыйындыҡ. Шул саҡ бәләкәс кенә бер утлы нәмә тәгәрәп килеп инде лә, иҙәндә өйөрөлә башланы. Өйҙә ауыр еҫ таралды...
Яныбыҙҙа ғына ниндәйҙер серле лә, шомло ла донъя барлығында шик юҡ. Сөнки төрлө хәлдәр быны иҫбатлай. Бөгөнгөләй хәтеремдә, бала саҡта апайҙарым менән өйҙә уйнап ултырғанда, беҙҙең ҡотто осорған хәл булды. Атай менән әсәй беҙҙе бикләп ҡунаҡҡа китте. Беҙ урындыҡта ултырып уйнайбыҙ. Шул саҡ ҡапыл ут һүнде. Ул саҡта электр утын йыш һүндергәстәр, иҫебеҙ китмәне. Тик ҡапыл ниндәйҙер шомло тауыш ишетелә башланы. Беҙ аңламай бер-беребеҙгә һыйындыҡ. Шул саҡ бәләкәс кенә бер утлы нәмә тәгәрәп килеп инде лә, иҙәндә өйөрөлә башланы. Өйҙә ауыр еҫ таралды. Беҙ илай ҙа алмайбыҙ. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң был утлы нәмә стена аша үтеп сығып китте. Мин ҡысҡырып илап ебәрҙем, шул саҡ ут янды. Әсәйҙәр ҡайтҡас һөйләгәйнек, ышанманылар. Утлы нәмә булһа ла, үҙенән бер ниндәй эҙ ҡалмаған ине. Икенсе көнөнә беҙ урамдың осонда йәшәгән яңғыҙ ҡарсыҡтың вафат булыуын ишеттек. Ул әбей бер кем менән аралашманы, кешеләрҙе яратманы, айырыуса ҡыҙ балаларҙы күрә алмай торғайны. Шул әбейҙең йәне гел ҡыҙҙар йәшәгән йортҡа килеп киткәндер тип уйлайым хәҙер.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"