Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
1 Декабрь 2020, 19:25

Рәхмәт, һиңә, ФӘРЕШТӘМ!

Бер нимәгә лә ышанмаған кеше инем. Бер хәлгә тиклем. Төш күрәм: ниндәйҙер яҡты бүлмә, унда ап-аҡ итеп кейенгән бала һүрәт төшөрә. Мин уға яҡынлашам, ә ул шул тиклем мауығып һүрәт эшләй, хатта миңә ҡарамай ҙа. Ул ҡороған ағасҡа сағыу йәп-йәшел япраҡтар өҫтәй ине...

Бер нимәгә лә ышанмаған кеше инем. Бер хәлгә тиклем. Төш күрәм: ниндәйҙер яҡты бүлмә, унда ап-аҡ итеп кейенгән бала һүрәт төшөрә. Мин уға яҡынлашам, ә ул шул тиклем мауығып һүрәт эшләй, хатта миңә ҡарамай ҙа. Ул ҡороған ағасҡа сағыу йәп-йәшел япраҡтар өҫтәй ине. Япраҡ эшләнгән һайын, ағас та терелә бара. Шул саҡ бала миңә ҡапыл күтәрелеп ҡараны һәм мин уянып киттем. Будильникты ишетмәгәнмен, эшкә аҙ ғына ваҡыт ҡалып ҡара. Ә беҙҙең етәксе эшкә һуңлағанды ғәфү итмәй. Йән көскә эшкә йүгерҙем. Юл аша үтеп барғанда асфальттың ярылған урыны нәҡ төшөмдәге ҡороған ағас булыуын күреп аптырап туҡтап ҡалдым. Шул саҡ ҙур тиҙлек менән барған машина мине төкөй яҙып үтеп тә китте. Рәхмәт һиңә, фәрештәм!
Читайте нас: