Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
30 Ноябрь 2020, 18:00

Кем ҡотҡарған?

Мин сабый саҡта арбанан төшөп ҡалғанмын. Ата-әсәйем ҡунаҡтан ҡайтып барған булған. Оҙаҡ эҙләп, икенсе көнгә генә тапҡандар. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта! Мин нисек туңып үлмәгәнмен?

Мин сабый саҡта арбанан төшөп ҡалғанмын. Ата-әсәйем ҡунаҡтан ҡайтып барған булған. Оҙаҡ эҙләп, икенсе көнгә генә тапҡандар. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта! Мин нисек туңып үлмәгәнмен? Мине нисек бүреләр ашамаған? Әсәйем мине тапҡан ерҙә кешенең эҙенән күпкә ҙур эҙ күргәнен бер генә әйтте. Күрәһең, шул сәйер эҙ эйәһе мине атайҙар тапҡансы һаҡлағандыр инде. Төшөмдә лә йыш ҡына үҙемде буйы күккә олғашып торған кешеләр араһында, бөтөнләй икенсе төҫтәге донъяла күрәм.

Читайте нас: