Беҙ йыш ҡына яман һүҙҙәрҙе уйламай әйтәбеҙ. Кем тураһындалыр насар ғәйбәт ишетһәк, шуны тәмләп артабан таратабыҙ. Ошо ҡылығыбыҙ менән ниндәй гонаһҡа батыуыбыҙ хаҡында уйламайбыҙ. Ул ғына түгел ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрең үҙеңде генә түгел, ә тирә-яҡты ысынбарлыҡта ағыулай, киләсәктә ошо ҡаралыҡ һинең тормошоңа насарлыҡ булып ҡайта. Насар һүҙҙәр йыш һөйләнгән ерҙә гөл-сәскә лә яҡшылап үҫә алмай бит.
Минең әхирәтемде туй алдынан ғына кейәү егет ташланы. Туй күлдәге алынған, иртәгә ҡунаҡтар килә торған көндә. “Мин һине яратмауымды аңланым. Беҙ бер-беребеҙгә тура килмәйбеҙ”,-тине ул. Әхирәтем: “Һин нимә ҡыланаһың?! Ҡунаҡтар килә! Минең ата-әсәйем кредит алды туй үткәреү өсөн. Аҡылыңа кил!”-тип ялбарһа ла, егет өйләнеүҙән баш тартты. Сығып барған кисәге кейәү артынан ҡул аҫтына килгән бар әйберҙәр осто. Унан әхирәтем: “Мәңге йәлсемә! Минең һәр бер бөртөк күҙ йәшем һиңә ләғнәт булып төшһөн, бәхетһеҙлек алып килһен! Кеше менән был донъяла ниндәй ҡурҡыныс ҡайғы була ала, шуларҙың барыһы ла һинең менән булһын! Күрә алмайым һине, дөмөк!”-тип ҡысҡырҙы. Был һүҙҙәрҙе шул тиклем ҡурҡыныс тауыш менән әйтте, иҫләһәм, әле лә шомло булып китә.
Әхирәтемдең ата-әсәһе бик яҡшы кешеләр. Улар ҡыҙҙарын йыуатып, туй алдынан бер уны ғына ташламауҙарын иҫбатлап, тынысландыра алдылар. Әхирәтемдең тормошо яйға һалынды, ул эшкә күмелде. Бер нисә йылдан уны ташлаған егеттең рак менән ауырығанын ишеттек. Әхирәтем барып уның хәлен белергә булып китте. “Мин уны ҡарғағайным бит! Ә хәҙер аңлайым: беҙ туй менән үтә ҡабаландыҡ, мөхәббәт юҡ ине арабыҙҙа”,-тип үкенде. Егете уны хәлһеҙ генә инвалид коляскаһында ҡаршы ала. Ысынлап та әхирәтемде ташлағандан һуң ул күп ауырлыҡтар кисерә: эшенән ҡыуыла, машинаһын ҡыуып алып китәләр, хәҙер инде бына рак ауырыуы. “Килерһең тип уйламағайным. Һин бит миңә үлем теләнең. Хәҙер ҡыуана алаһың”,-ти ул.
Әхирәтем ауыр тойғолар менән ҡайтырға сыҡҡанда ҡаршыһына егеттең әсәһе осрай. “Улымдың тормошон һин юҡҡа сығарҙың! Башыңа донъялағы бар бәләләр ауһын!..”-тип ҡысҡыра башлай. Әхирәтем ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡаплап, йүгереп ҡасып китә. Ошо уҡ кисте ул бер машинаны туҡтата. Водитель тәүҙә уның аҡсаһына өйөнә тиклем алып барырға ризалаша, ә һуңынан ситкә алып китеп көсләргә маташа. Әхирәтем саҡ ҡотолоп ҡала. Ошо хәлдән һуң ул күп уйланды, дини китаптарға бирелде. “Кешене ҡарғап мин шул тиклем ҙур гонаһ алғанмын. Һуңынан ул насарлыҡ үҙемә әйләнеп ҡайтты. Хәҙер Хоҙай Тәғәләнән мине лә, миңә өйләнмәгән егетте лә, уның әсәһен дә ғәфү итеүен ялбарам”,-ти ул.
Шуға күрә, кешеләр, насар һүҙ әйтер алдынан уйланығыҙ, рәнйеш, күҙ йәштәре алыуҙан һаҡ булығыҙ!