Фәйләсүф, астролог, алхимик, фармацевт, күрәҙәсе Мишель Нострадамус үҙенең дөрөҫ һәм теүәл күрәҙәлеге менән бар донъяға билдәле. Ул 1503 йылдың 14 декабрендә донъяға килә. Нострадамус чуманан дарыу эҙләй, халыҡты дауалай. Астрология менән мауыҡҡан Нострадамус кешелекте ниҙәр көтөүе тураһында яҙа. Уның 2017-2021 йылға ҡағылышлы күрәҙәлеге лә бар. Нострадамустың һүҙҙәре буйынса ошо мәлдә шөкәтһеҙ, ғәрип сабый донъяға киләсәк. Был бар кешелек өсөн ҡара көндәр килеүенең билдәһе буласаҡ. Юғары көстәр был ғәрип йән эйәһе менән кешеләрҙе һуңғы тапҡыр иҫкәртеп ҡарай. Әммә кешеләр был күренешкә иғтибар ҙа бирмәйәсәк. Шуға күрә кешелек язаһын аласаҡ. Ҡараңғылыҡ көнсығыш яғынан киләсәк һәм ҡурҡыныс һуғыш башланасаҡ. Ике ғәрәп иле һуғышасаҡ. Әммә был ҡан ҡойошҡа бар дәүләттәр ҙә ҡушыласаҡ. Һуғыш барышында химик ҡорал ҡулланыласаҡ. Күп халыҡ төньяҡҡа күсәсәк.
Кешелек һуғыштан тыш тәбиғәт һәләкәттәренән ыҙа сигәсәк. Бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында Европа илдәрен һыу баҫасаҡ. Ямғырҙар көслө буласаҡ, улар айҙар дауамында бер туҡтауһыҙ яуасаҡ. Италия, Чехия, Венгрия, Великобританияның күпмелер өлөшө һыу аҫтында ҡалып, юҡҡа сығасаҡ. Европа күпмелер мәлгә бушап ҡаласаҡ.
Францияның һыу ятҡылыҡтары нимә менәндер зарарланасаҡ йәки бысранасаҡ. Шул сәбәпле халыҡ бола күтәрәсәк. Мишель Нострадамус француздарҙы хәүефһеҙ урынға эвакуациялауҙы ла күрәҙәләгән.
Нострадамус хәрби һәм тәбиғи һәләкәттәрҙән иң аҙ зыян күреүсе Рәсәй буласаҡ тигән. Бынан тыш ул Рәсәйгә донъялағы проблемаларҙы хәл итеүсе ролен биргән. Нострадамус 2017 йылды “бөйөк аслыҡ” менән дә бәйләй. Аслыҡ тәүҙә бер нисә илдә генә башланып, һуңынан ул бар донъяға тараласаҡ.
Нострадамус киләһе тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫ әйтеп ҡалдырған күрәҙәсе. Ул Наполеондың еңелеүе, фашистарҙы Ҡыҙыл Армия тар-мар итәсәге, Кеннедиҙың һәләк буласағы, Америкалағы 2001 йылдың 9 сентябрендәге фажиғәһе һ.б. беҙҙең заманға хас ваҡиғаларҙы ла үҙ быуатында уҡ әйткән.