Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
17 Сентябрь 2020, 22:45

Гөлдәр ҡолай, балыҡтар ... үлә

Инәйҙең ҡырҡы булғас, мин күсеп килдем. Компьютерым, телевизорым шунда уҡ боҙолдо. Өҫтәүенә, иҙәндә электр сымы өҙөлөп ятҡан. Мин иҙән йыуғанда токка һуғыла яҙҙым. Бер йыл фатир үҙ тормошо менән “йәшәне”...

Минең атайым һәм ҡартатайым бер-бер артлы донъя ҡуйҙы. Шунда уҡ өйҙәге бар сәғәттәр үҙенән-үҙе туҡтаны. Унан аквариумдағы балыҡтар үлеп бөттө. Бер нисә көндән бесәйебеҙ, ә атайҙың ҡырҡы булғанда этебеҙ үлде. Әсәйем: “Хатта йәнлектәр уларҙың китеүен кисерә алмай”,-тине.

Тик бының менән генә бөтмәне әле. Тиҙҙән өйҙәге бар электрон техника боҙолдо. Бер йылдан атайымдың апаһы түшәккә ятты. Ул үлә торған төндө барыбыҙ ҙа янына йыйылған инек. Инәй һуңғы һулышын алыр алдынан фатирҙағы бар лампочкалар шартланы. Уның васыяты буйынса фатир миңә ҡалдырылған ине. Инәйҙең ҡырҡы булғас, мин күсеп килдем. Компьютерым, телевизорым шунда уҡ боҙолдо. Өҫтәүенә, иҙәндә электр сымы өҙөлөп ятҡан. Мин иҙән йыуғанда токка һуғыла яҙҙым. Бер йыл фатир үҙ тормошо менән “йәшәне”. Әхирәттәрем миндә йоҡларға ҡалырға ҡурҡа торғайны. Бер йылдан һуң барыһы ла үҙенән-үҙе тынысланды. Ҡартәсәй вафат булғас, уның күршеләре: “Әбейҙең фатирын кемгә һаттығыҙ ул? Төнө буйы йоҡларға бирмәйҙәр”,-тине. Ә беҙ унда ерләгәндән һуң барманыҡ та. Аятты ла үҙебеҙҙә генә уҡыттыҡ. Күршеләр зарланғас барып ҡараныҡ. Тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙең барыһы ла иҙәндә ята һәм ҡартәсәй һөртөнгән көслө одеколон еҫе сыға ине. Ә одеколондың һауыты ла юҡ. Өлкән туғандар әсәйемә: “Мәрхүмәнең йортон уның ҡырҡына тиклем буш ҡалдырырға ярамай тип әйттек бит, тыңламанығыҙ”,-тине.

Минең бер таныштың өләсәһе үлеп ҡалғас, төрлө ҡалала йәшәгән балаларының тәҙрә төбөндәге гөлдәре бер үк ваҡытта ҡолап төшкән икән. Үлемдең энергияһы бик көслө булалыр инде. Ә минең бер әхирәтем: “Мәрхүмдәрҙең йәне шулай ҡотора”,-тип иҫәпләй.