Баламды юғалтҡас, ҡайғынан арына алмай, ҡатып ҡалдым. Әйтерһең, йәнем үлеп, ҡоро тән генә тороп ҡалды. Юҡҡа ғына, бала ҡайғыһы бирмәһен, Хоҙай, тип әйтмәйҙәр бит. Башҡа балаларым өсөн йәшәргә кәрәклеген аңлаһам да, үҙ-үҙемде ҡулға алыуы бик ауыр ине. Бер көн иртәнсәк тыуған яҡтарымдың ҡайындарын ҡосаҡлау теләге менән уяндым. Быға тиклем күңелдә бер ниндәй ҙә теләк булмағас, бушлыҡ яулап алғас, бик аптыраным. Улыма уйымды еткерҙем. Ул мине тыуған яғыма алып китте. Ауылға етмәҫтән элек ҡайынлыҡ бар. Мин шунда бер ҡайынды ҡосаҡланым да, туҡтай алмай һыҡтап-һыҡтап илай башланым. Бик оҙаҡ иланым. Унан ауылға туғандарыбыҙға барып йоҡланыҡ. Иртәнсәк бөтөнләй икенсе кеше булып уяндым. Юҡ, ҡайғым китмәгән ине, әммә мин уны күңелемә һыйҙырып, артабан йәшәй аласағымды аңланым. Ҡыуанысымдан ҡайынға барып рәхмәт әйтергә булдым. Йүгереп барып еттем. Мине йыуатҡан ҡайынды күреп һушһыҙ ҡолай яҙҙым. Ул ҡап-ҡара һәм уртаға ярылған ине. Күрәһең, ҡайынҡай минең бар ҡайғымды алып, үҙе лә бөгөлөп төшкән.