Кескәйҙәрҙең тирә-яҡты икенсе төрлө, хатта дөрөҫөрәк итеп күреүе тураһында аңларға теләмәйбеҙ. Сөнки шулай уңайлыраҡ, аңлайышһыҙ күренештәрҙән ҡасырға маташабыҙ. Ә күпме тапҡыр кескәйҙәрҙең бөтөнләй икенсе телдә һөйләшә башлауы йәки ошо тыуғанына тиклем ҡайҙа йәшәгәне һәм кем булыуы тураһында һөйләгәне тураһында яҙалар, күрһәтәләр.
Мин дә бындай күренештәрҙән ҡаса инем. Бер осраҡҡа тиклем. Автобуста китеп барабыҙ. Ауылдар янынан үтәбеҙ. Минең алдымда 3-4 йәштәрҙәге ҡыҙын алдына ултыртҡан йәш ҡатын килә. Шул саҡ ҡыҙсыҡ ҡапыл: “Әсәй, ҡара-ҡара, янғын!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бар автобус бала төртөп күрһәткән яҡҡа ҡараны, ә унда бер ниндәй ут та, төтөн дә күренмәй. Әсәһе күпме генә тыйһа ла ҡыҙсыҡ: “Унда янғын бара”,- тип тылҡыуын дауам итте. Пассажирҙар ҙа балаға иғтибар итмәй башланы, һаташа тип тә уйлағандарҙыр. Тик минең күҙемдән генә йәштәр тәгәрәне. Сөнки бер нисә йыл элек нәҡ шул ҡыҙ күрһәткән урында, машина эсендә минең дуҫтарым янып үлде.