“Һаҡмар” гәзитендә ендәрҙе бәпесләтеп, ауырыуҙарҙы сепрәк ҡурсаҡтарға ҡыуып сығарған абыстай тураһында уҡығас, уйға ҡалдым. Ә һеҙ бер нәмәгә иғтибар иттегеҙме – хатта беҙҙең өләсәйҙәр ҙә күп мөғжизәгә (уны башҡаса әйтеп булмай) эйә ине. Сабыйҙарҙы һәр өлкән инәй уңышлы итеп имләне. Кемдеңдер өсйән, кемдеңдер бүһере бар тип, туҡтауһыҙ илаған бәпестәрҙе тымыҙа инеләр. Хата беҙ – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уларҙың намаҙ уҡыуын, йәйге эҫе көндәрҙә ураҙа тотоуын аңламаһаҡ, ҡайһы бер осраҡта хатта көлһәк тә, улар динен ташламаны. Көслө быуын булды бит улар. Өләсәйемдең: “Бөгөн төнөн ендәр урынынан ҡуҙғаласаҡ, ҡояш байығанға тиклем тышҡа сығып инегеҙ. Төндә сыҡмағыҙ! Кәрәк булһа, миңә әйтегеҙ”,-тип иҫкәртеүен хәтерләйем.
Шул төн йоҡлай алмай яттым. Ишек төбөндә генә кемдеңдер сеңләп-сеңләп илағаны ишетелде. Өләсәйем урынынан тороп, ашығып сығып китте. Мин ҡурҡып ятам. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә килеп инде. Иртәнсәк өләсәйемдән ҡайҙа барыуын, кем илағанын һорағас, “Бесәй тышта тороп ҡалған ине, шул мыяуланы”,-тип кенә ҡуйҙы. Күрше инәйгә йүнәлгәс, мин дә эйәрҙем. Улар оҙаҡ итеп бергә сәй эсә торғайны. Шунда өләсәйемдең: “Бер ен балаһы аҙашып тороп ҡалған. Алып барып тегеләрҙең юлдарына төшөрөп ебәрҙем”,-тигәнен ишетеп ҡалдым.
Өләсәйем шул күрше инәй менән әллә нисә төрлө үлән йыйыуын, ауырығандарҙы дауалауҙарын, сыҡҡан ҡул, бармаҡтарҙы урынына ултыртыуын аптырап хәтерләйем. Ә бит һәр өй һайын тиерлек шундай инәйҙәр булды. Беҙ диндән генә түгел, ерҙән, тәбиғәттән айырылып, телевизор, интернет ҡолона әйләнгәнбеҙ. Үҙемдең ейәндәремде шулай тип имләй, дауалай белмәүемә ҡыйын булып китә. Ә беҙҙең ваҡытта күсенеп йөрөгән ендәр ҡайҙа булды һуң? Улар ҙа хәҙер файҙа алырлыҡ кешеләр ҡалмағас, беҙгә ҡул һелтәгәндер. Өләсәйемдең: “Эй, балаҡайҙар, шайтан менән бергә ятып, бергә ашай башланығыҙ бит”,-тип уфтаныуы юҡҡа булмағандыр.
Ғәлиә.