Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
13 Ноябрь 2019, 18:51

Сихыр....

Сыхыр... Унан да насарыраҡ күренеш... юҡ, күренеш тип тә әйтеп булмай. "Нәмә" тип кенә әйтәйек. Ана шул нәмәкәй кешеләрҙең тормошон пыран-заран килтерә, хәлен ала, "быҙау" кеүек эйәреп йөрөргә мәжбүр итә, сабыйҙарҙы илата. Ошо сихырҙан зыян күргәндәр тураһында хикәйәттәрҙе сайттан уҡығыҙ.

Күҙем асылып ҡалды


Сихыр менән булышҡан кешеләрҙең бер ниҙән дә ҡурҡмауы аптырата. Сөнки был ҡара, яуыз эш барыбер үҙҙәренә әйләнеп ҡайта бит ул. Минең таныш бер егетте сихыр ярҙамында ҡаратып алыуын маҡтанып һөйләгәненә иҫем киткәйне. Ышанмағайным. Ысын булып сыҡты. Ул егеттең йөрөгән ҡыҙы бар ине. Яратҡан кешеһен ташлап, минең танышым артынан быҙау кеүек эйәреп йөрөй башланы. Нимә ҡушһа ла эшләй. Дуҫ егеттәренә: “Күңелем тартмай бит уға, ә барғым килеп тик тора”, – тип һөйләгән.

Сихырҙың көсө үтәлер, күрәһең. Теге егет әҙерәк һыуына башлаһа, ҡыҙ сихырҙы тағы яңыртҡан. Үҙе менән нимә булғанын аңламаған егетте йыш ҡына иҫерек күрә башланыҡ. Күрәһең, түҙмәгәндер. Кем кәңәш иткәндер, егет мәсеткә йөрөй башланы. Ошонан һуң ул теге ҡыҙҙан бөтөнләй баш тартты. Дуҫтарына: “Әйтерһең, күҙем асылып ҡалды. Нисек мин уға ҡарай алдым икән?” – тип аптырап һөйләгән.

Шул ваҡыттан таныштың тормошо пыран-заран килде. Яңы эш башлайым тип алданып ҡалды. Уның ҡарауы, шуның өсөн алған ҙур кредитын түләргә мәжбүр ине. Бер кешегә кейәүгә сығырға йыйына ине, уныһы туй алдынан ташлап китте. Юҡҡа ғына, кешегә соҡор ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң, тип әйтмәгәндәр бит.

Рәмилә.


Уның менән сәй эсмә


Сихыр тураһында хәҙер күп һөйләйҙәр. Хәйер, һөйләп кенә ҡалһалар шәп булыр ине лә бит, кеше менән шул рәүешле булышҡандар күп. Әстәғәфируллаһ! Биш намаҙ уҡыуға барып етмәһәм дә, был оло гонаһ икәнен яҡшы аңлайым. Минең менән дә булды шундай хәл. Бер мәл йыш ҡына хәлем бөтә башланы, тормошомдан толҡа тапмайым. Эштә йөрөгәндә ял көндәрен көтөп алам да “шуны эшләйем, быны эшләйем” тип, ҡайҙа ул, йә көнө буйы йоҡлайым, йә ашайым. Күпме ятһам да, тәнем ял иткән кеүек булманы. Дауаханаға барып анализдар тапшырып ҡараным да, уныһы бер нәмә лә күрһәтмәне, “ҡан баҫымың ғына әҙерәк түбәнәйгән, күберәк ял ит” тинеләр.

Тағы күпме ял итергә һуң?! Былай ҙа баҡсаны – ҡый, өйҙө туҙан баҫып, ир менән әрләшә башланыҡ. Эш буйынса ҡайһы саҡта кешеләрҙең йортона йөрөргә тура килә. Бер йортҡа килһәм, өлкән генә урыҫ әбейе ултыра. Бер ыңғай төшкө ашҡа ҡайтып китермен тип, магазинға инеп, сәй, печенье алғайным. Быны шул әбейгә бирҙем. Ул миңә текләп ҡараны ла: “Күңелең таҙа һинең. Шуға кешеләге яманлыҡты күрергә теләмәйһең. Сихырлағандар бит һине”, – тине. Мин көлөп кенә ҡуйҙым. Артабан әбей минең менән һуңғы осор нимә булыуын яҡынса әйтеп бирҙе. Ҡолап китә яҙҙым. “Эшеңдәге бер ҡатын сихырлаған һине. Уның менән бергә сәй эсергә тырышма. Эсһәң дә, ул алып килгән ризыҡты ашама”, – тине. Теге ҡатынды һүрәтләп биргәйне, ҡолап китә яҙҙым! Бар ундай хеҙмәткәр беҙҙә! Әбей мин алып килгән сәйҙе үҙемә үк өшкөрөп бирҙе лә: “Миңә ышанмайһың, артабан үҙеңдең хәлеңә һәм теге ҡатындың үҙен тотошона ҡара”, – тине.

Сәйҙе ҡайтҡас та яратҡан сәйнүгемә һалып, рәхәтләнеп ултырып эстем. Иртәнсәк нисәмә айҙан һуң тәүге тапҡыр ял итеп, йылмайып килеп уяндым. Бер көн эшләнем дә, ялға киттем. Өйҙәге бар эште һыпырып ярты көндә эшләп бөттөм. Ирем ялтырап торған өйҙән бигерәк, балҡып торған ҡатынын күреп һөйөнөп бөтә алманы. Дүшәмбе минең өсөн иң ауыр көн була торғайны, был юлы көлә-йылмая эшкә киттем. Теге ҡатынды осраттым. Ике көн ял эсендә 10 йылға ҡартайған булып күренде: йөҙө яманайған, үҙе һурығып, һарғайып ҡалған. Икенсе көнө больничныйға сыҡты. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың сихырҙың барлығына!

Сабира.


Насарлыҡ теләгән


Бәпесебеҙ бер туҡтауһыҙ илағас, иремә әйтмәй генә бер әбейгә алып барырға ҡарар иттем. Сөнки дауаханаға йөрөү ярҙам итмәне. Табиптар: “Сабыйҙар шулай илай инде”, – тип төрлө дарыу яҙҙы.

Өс айынан ғына бәпесемә теләһә ниндәй дарыуҙар эсергем килмәй ине. Егерме минут һайын илаған сабыйымды тотоп, әхирәтем кәңәш иткән әбейгә килдем. Ул бәпесемде карауатҡа һалдырҙы ла, башын сайҡап: “Эй, йәштәр, балаларығыҙҙы һаҡлай белмәйһегеҙ. Бик яман кешенең күҙе тейгән бит. Үҙе балаға уҙа алмағас, сабыйыңа насарлыҡ теләгән, Аллам һаҡлаһын”, – тине.

Бәпесемде әбейгә көн аша өшкөрөргә алып йөрөнөм. Тиҙҙән ул тынысланды, йоҡлай башланы. Айҙан ашыу илап хәле бөткән сабыйымды йәлләп йөрәгем өҙөлә ине. Ә теге ҡатын – ул минең ике туған апайым. Ысынлап та, күптән балаға уҙа алмай. Ярай, аңлайым, әсә бәхете татырға теләй. Тик ниңә минең бәпесемә яманлыҡ теләргә? Хәҙер бәпесем эргәһенә бер ят кешене лә яҡын килтермәйем.

Л.
Читайте нас: