Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
7 Октябрь 2019, 23:50

Бесәйем дә ҡурҡты

Яңы йортҡа күскән кешеләрҙең күбеһе, ғәҙәттә, тәүҙә бесәйҙәрен индерә. Был йола ҡайҙан килгәндер инде. Кемдер бесәйҙәр бар кире энергияны һиҙеп, шуның менән туҡланып йәшәй, тиҙәр. Бәлки, был хаҡтыр ҙа. (ошо туралағы ҡыҙыҡлы статьяны сайттан уҡығыҙ)

Фатир һатып аласағымды белгәс, бесәй балаһы алдым. Йәнәһе лә, миңә өйрәнә торһон. Ниһайәт, фатирҙың асҡысы ҡулымда. Йома көндө күсергә кәрәк, тиҙәр бит бит инде. Киттем бесәйемде ҡыҫтырып алып. Ата-әсәйем йөк машинаһы менән һуңғараҡ килергә тейеш ине. Фатирҙы асҡанда ҡулымдан асҡыстарым төшөп китте. Иғтибар итмәҫкә тырыштым. Ишекте астым да, бесәйҙе иҙәнгә баҫтырҙым. Уныһы кире боролоп сығып китте. Подъезда тотоп алып, кире индерҙем. Юҡ, сығып ҡаса. Аптырап, хәлем бөттө. Башҡа ваҡытта тыңлаған бесәйем артымдан да эйәрмәй. Илар сиккә етеп, бесәйҙе бүлмәгә алып быраҡтырҙым да, ишекте йәһәт кенә яптым. Уныһы ҡурҡыныс итеп мыяулай башланы. Күсенеү мәшәҡәте менән аҙна үтте. Бесәйемдең юғалғанын һиҙмәгәнмен. Ун көндән фатирымда йоҡларға яттым. Шунда уҡ күҙ алдымда әллә ниндәй шәүләләр үтә башланы, йоҡлап ҡына китһәм, кемдер төртөп уятҡан кеүек. Төнө буйы ыҙалап сыҡтым. Икенсе көндө әсәйемә һөйләгәс, ул миңә доғалар яңғыратҡан сәғәт бүләк итте. Төнгөлөккә шуны ҡуям да, рәхәтләнеп йоҡлай башланым. Ә бер көн эштән ҡайтһам, юғалған бесәйем тупһала ултыра. Хәҙер икәүләп йәшәйбеҙ. Бына шундай ҙа мөғжизәләр була.

Алсәскә.

Читайте нас: