Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Декабрь 2023, 16:10

М-12 «Восток» автомобиль юлы асыласаҡ

Владимир Путин видеоконференция режимында М-12 «Восток» автомобиль юлының аҙаҡҡы участкаларын асыу тантанаһында ҡатнашты.

М-12 «Восток» автомобиль юлы асыласаҡ
М-12 «Восток» автомобиль юлы асыласаҡ

Мәскәү менән Ҡазан араһында 810 саҡрым оҙонлоҡтағы юғары тиҙлекле автомобиль юлын төҙөү ваҡытынан ете айға алдараҡ тамамланған. Уның буйынса хәрәкәтте ойоштороу 12 төбәктең социаль-иҡтисади торошона ыңғай йоғонто яһаясаҡ, шул иҫәптән инә торған юлдарҙы үҫтереү иҫәбенә. Яңы автострада Мәскәүҙән Татарстандың баш ҡалаһына тиклем юл ваҡыт 12 сәғәттән 6,5 сәғәткә тиклем ҡыҫҡарта ала.

Дөйөм оҙонлоғо 1980 километр тәшкил итәсәк М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһы «Рәсәй» халыҡ-ара транспорт маршрутының төп участкаларының береһе булып тора. 2024 йылда магистраль - Екатеринбургҡа, ә 2025 йылда Төмәнгә тиклем оҙайтыу күҙаллана.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: