Үҙән тип үҙен атаған яугир МХО-лағы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. "Белорецкий рабочий" гәзите хәбәр итеүенсә, 35 йәшлек диңгеҙ пехотасыһы хәрби хеҙмәт профессионалы. Әрме хеҙмәтен лә үткән, өс йыл контракт менән хеҙмәт итеп тә өлгөргән.
Үҙән, ҡустыһының контракт менән хеҙмәт итергә йыйыныуын ишеткәс, хәрби комиссариатҡа юллана. Шулай итеп, ағайлы-ҡустылы бер туғандар бер ротаға эләгә. Үҙән Вагнер бүлексәләренең береһендә сапер вазифаһын биләгән. Ул бындағы кеүек ҡәрҙәшлектең көслө буыуын бер ваҡытта ла үҙ иңендә тоймаған. Уның әйтеүенсә, көрәшселәргә бында үҙ-ара әрләшеү тыйыла.
Яугир хәтерләүенсә, фронтта улар күп милләтле халыҡтар араһындағы берҙәмлек көслө. Был турала ул хатта әсиргә эләккән һалдатҡа ла аңлатып маташҡан. Үҙән еңеүгә ныҡ ышана. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, ти ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт менән хеҙмәт итергә теләгәндәрҙе йыйыу дауам итә. Килешеү буйынса хеҙмәткә инеү тураһында мәғлүмәтте түбәндәге номерҙар буйынса белергә мөмкин:
117 - Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының берҙәм белешмә номеры,
122 йәки 8 (347) 218-19-19 - ситуациялар үҙәге,
8 (347) 248-29-31 - һайлап алыу пункты.
Шулай уҡ "Минең документтарым" күп функциялы үҙәгенең теләһә ҡайһы офисына йәки Өфөләге контракт буйынса һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Революция урамы, 156. Ғаризалар шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре, Телеграмдағы чат-бот һәм башбат.рф рәсми сайты аша ҡабул ителә.