

Аныҡ аҡыл менән эш итеү мәле
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө өлкәлә эшләүе, етәксе урындарҙы биләүе ғәҙәти күренешкә әүерелде. Һайлау ваҡытында ла гүзәл зат вәкилдәренең юғары әүҙемлек күрһәтеүен күҙәтәбеҙ. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат булыу ниәтен белдергән Эльза Мансурова менән әңгәмә лә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым.
- Эльза Рафаэль ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ.
- Мин Сибай ҡалаһында тыуып үҫтем. Бала саҡтан математика фәне яҡын булды. Шуға күрә халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлап, иҡтисадсы һөнәрен алдым. Артабан белемемде тағы ла камиллаштырыу өсөн БР дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамланым. 1999 йылда Сибай ҡалаһы округының ҡала советында эш башланым. Хәҙерге ваҡытта ҡала округы Советы секретары булып эшләйем.
- Эшегеҙҙе намыҫ менән һәм яратып башҡарыуығыҙҙы һеҙҙең төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуығыҙ ҙа күрһәтә.
- Эйе, кеше үҙе өҫтөндә эшләргә һәм үҫешергә тейеш. Тәжрибә уртаҡлашыу, башҡаларҙың эшен өйрәнеү өсөн төрлө һынауҙарҙы үтеп ҡарайбыҙ. “Иң яҡшы муниципаль берәмек” конкурсында беренсе урын алдыҡ. Артабан Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы үткәргән Бөтә Рәсәй форумында беҙҙең ҡала округы “Иң асыҡ депутаттар Советы” номинацияһында еңеү яуланы. Шулай уҡ ил кимәлендә үткән “Асыҡ муниципалитет” конкурсында ла беренселеккә сыҡтыҡ. Артабан Совет янында эшләп килгән йәштәр Советы республика кимәлендә алдынғы урындарға сыҡты. Бынан тыш йыл һайын “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында билдәләнеп киләбеҙ.
- Эльза Рафаэль ҡыҙы, һеҙҙең үҙегеҙҙең шәхсән наградаларығыҙ ниндәй?
- БР Үҙәк һайлау комиссияһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһының, РФ Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамоталары, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почетлы билдәһе.
- Беҙҙең Дәүләт Йыйылышына депутат булыуҙа үҙегеҙҙе һынап ҡарау теләге ҡайҙан килде?
- Минең өсөн был – кешеләргә уларҙың проблемаларын хәл итергә ярҙам итеү һәм ҡайһы бер күренештәргә тәьҫир итеү юлы. Миңә Урал аръяғына хас булған бар проблемалар яҡшы таныш. Төбәк власть халыҡ, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары менән даими асыҡ һөйләшеүҙәргә әҙер булырға тейеш, тигән фекерҙәмен һәм ошо йүнәлештә эшләргә уйлайым.
- Депутат ниндәй булырға тейеш?
- Иң мөһиме – һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләү, халыҡ мәнфәғәтен күҙәткән закондар ҡабул итеү, һайлау алды кампанияһы алдында тәҡдим иткән бар программаңды тулыһынса үтәү.
- Һеҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһының ағзаһы булараҡ, партияның йәмғиәттәге эшмәкәрлеген ниндәй итеп күрәһегеҙ?
- 20 йыл элек беҙҙең ҡалала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһен асыу эшендә ҡатнашҡайным. Был йылдар эсендә партияның “Аныҡ эштәр”, “Кесе Ватандың мәҙәниәте”, “Ҡала мөхите” һәм башҡа проекттары аша тормошобоҙға күп ыңғай үҙгәрештәр индерелде, проблемалар хәл ителде.
- Махсус хәрби операция йәмғиәткә ниндәй йоғонто яһаны, тип уйлайһығыҙ?
- Махсус хәрби операция һәр кешене яңынан асты. Бар халыҡ яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү эшенә тотондо. Депутаттар, эшҡыуарҙар, ойошма-предприятиелар ҙа был изге эштә бик әәүҙем.
- “Көслөләр ваҡыты”, “Көслө команда”, “Хәбиров командаһы” тигән төшөнсәләрҙе йыш ишетәбеҙ. Ошо һүҙҙәрҙе аңлатып үтһәгеҙ ине.
- Республика Башлығы янына ойошҡан команданың илһөйәр һәм әүҙем булыуҙарын билдәләгем килә. Көслө командала эшләй белеү – етди үҫеш мәктәбе. Был беҙҙең төбәктең һәм илдең киләсәге өсөн мөһим. Көслөләр ваҡыты – өмөтлө киләсәк өсөн аныҡ аҡыл менән эш итеү, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алыу мәле еткәнен аңлата.
- Шундай етди һәм мөһим эштәр менән мәшғүл булып, шәхси тормош өсөн ваҡытығыҙ ҡаламы?
- Әлбиттә, минең өсөн ғаиләм һәм яҡындарым – иң мөһиме. Шуға күрә эштән һуң ял итеү – тик улар менән. Тәбиғәт ҡосағында бергәләп ял итергә яратабыҙ. Сәскәләр үҫтерергә яратам, өлгөрә алмай китһәм, әсәйем ярҙам итә. Уға бик рәхмәтлемен.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!
Гүзәл Салихова.