Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Май 2023, 19:30

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү

Темәс ауылында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға арналған халыҡ йыйылышы үтте. Йыйылған власть вәкилдәре һәм халыҡтың диалогы асыҡтан-асыҡ булды. Осрашыуға БР Хөкүмәте Етәксеһе Азамат Абдрахманов, БР тәбиғәттән ҡулланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, төрлө федераль һәм төбәк ведомство етәкселәре килде. 

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү

Темәс ауылында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға арналған халыҡ йыйылышы үтте. Йыйылған власть вәкилдәре һәм халыҡтың диалогы асыҡтан-асыҡ булды. Осрашыуға БР Хөкүмәте Етәксеһе Азамат Абдрахманов, БР тәбиғәттән ҡулланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, төрлө федераль һәм төбәк ведомство етәкселәре килде.
“Халыҡ яңғыратҡан бар проблемаларҙы ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияһы контролгә алды. Беҙ комиссия янында экоактивистарҙан торған йәмәғәт советы төҙөргә хәл иттек. Улар комиссияның эшендә ҡатнашасаҡ”,-тине Азамат Абдрахманов.
Шулай уҡ вице-премьер Ирәндекте ҡаҙыу түгел, ә илдең ер аҫты ҡаҙылмаларын инвентаризациялау маҡсатында гелогик тикшереүҙәр үтеүе тураһында һүҙ барыуы хаҡында белдерҙе.
Шулай уҡ Ведомство-ара комиссия “Алтын Юл” компанияһының лицензияһын тартып алыу ходатайствоһы менән Роснедраға мөрәжәғәт итәсәк, тине вице-премьер.
“Ишмырҙа ауыл биләмәһендә эшләргә теләгән “Бураган” һәм ЕГК компанияларының лицензияларынан баш тартыуы Комиссияның эш һөҙөмтәһен күрһәтә. Был йүнәлештә Республика Башлығының ҡушыуы буйынса 2022 йылдың көҙөнән эш алып барылды”,-тине А. Абдрахманов.
“Йыйылышта һүҙ күберәк райондағы алтын табыу эштәрендәге етешһеҙлектәр, рекультивация, ер аҫтын контролһеҙ файҙаланыу, социаль инфраструктура тураһында һүҙ барҙы. Халыҡтың бар һорауҙарына тулы яуап бирергә тырыштыҡ, күптәрен контролгә алдыҡ. Надзор органдарҙан килгән коллегалар менән урында ер аҫты байлыҡтарын файҙалыу йүнәлешендә контролде тағы ла нығытыу нығытыу, законһыҙ рәүештә ер аҫтын ҡаҙыуға сик ҡуйыу тураһында һөйләштек. Барыһы ла айырым контроль аҫтында тотоласаҡ”,-тине экология министры Нияз Фазылов.
Кешеләр ҙә үҙ фекерҙәрен яңғыратты, тауышҡа ҡуйып, видеомөрәжәғәт яҙҙырҙы. Өс сәғәт барған йыйылыштан һуң темәстәр алыҫтан килгәндәрҙе мәсеттә ҡорбан ашы ашап ҡайтырға саҡырҙы.
Тулыраҡ мәҡәләне “Һаҡмар” гәзитендә уҡырһығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: