Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Март 2023, 14:05

Нисек баһаланалар?

Хөкүмәт ағзаларының, хакимиәт башлыҡтарының, депутаттарҙың эшен тап уларҙың махсус хәрби операцияға бәйле бурыстарҙы ни тиклем һөҙөмтәле хәл итеү кимәленә ҡарап баһалармын, тип билдәләне Радий Хәбиров...

Нисек баһаланалар?
Нисек баһаланалар?

Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү бөтә кимәлдәрҙәге власть өсөн мөһим бурыс булып ҡала.

"Республикала өс ирекле батальон ойошторолдо, улар бөгөн хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән даими бәйләнештәбеҙ. Бер нисә көндән меңгә яҡын яугир ғаиләләре янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырға тейеш. Алғы һыҙыҡтағы егеттәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, айырыуса һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ", – тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы ултырышында.

Хөкүмәт ағзаларының, хакимиәт башлыҡтарының, депутаттарҙың эшен тап уларҙың махсус хәрби операцияға бәйле бурыстарҙы ни тиклем һөҙөмтәле хәл итеү кимәленә ҡарап баһалармын, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: