Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Март 2023, 15:15

Илһөйәрлек тәрбиәһе биреү өсөн

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе ултырышта "Башҡортостан Республикаһында патриотик тәрбиә биреү тураһында" закон проектын ҡарарға әҙерләнә...

Илһөйәрлек тәрбиәһе биреү өсөн
Илһөйәрлек тәрбиәһе биреү өсөн

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе ултырышта "Башҡортостан Республикаһында патриотик тәрбиә биреү тураһында" закон проектын ҡарарға әҙерләнә. Документты республика прокуратураһы ҡарауға индергән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты беренсе уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим иткән.

Закон проекты илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙең төп төшөнсәләрен, маҡсаттарын һәм бурыстарын, ойоштороусыларҙы, эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен һәм формаларын, ошо өлкәлә власть органдарының вәкәләттәрен билдәләй. Патриотик тәрбиә биреү системаһын Башҡортостан бюджеты, урындағы бюджеттар, шулай уҡ башҡа сығанаҡтар иҫәбенә финанслау ҡарала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: