Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Март 2023, 20:10

Торлаҡҡа хоҡуҡтары һаҡлана

Махсус хәрби операция зонаһына һәм Рәсәйҙән ситкә ебәрелгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары элекке хеҙмәт урыны буйынса торлаҡ менән файҙаланыуын дауам итергә мөмкин...

Торлаҡҡа хоҡуҡтары һаҡлана
Торлаҡҡа хоҡуҡтары һаҡлана

Дәүләт Думаһы 21 мартта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Махсус хәрби операция зонаһына һәм Рәсәйҙән ситкә ебәрелгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары элекке хеҙмәт урыны буйынса торлаҡ менән файҙаланыуын дауам итергә мөмкин. Торлаҡты ҡуртымға алып йәшәйҙәр икән, ғаиләләргә ҡуртым өсөн компенсация һаҡлана. Компенсация күләме хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм хеҙмәттәргә ҡарамай.

«Ҡабул ителгән закон проекты — махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙҙе һаҡлау, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләгән яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән тағы бер ҡарар. Уларҙың яҡындары хаҡында хәстәрлек күреү — беҙҙең бурыс, — тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. — Был хәрбиҙең ғаиләһе объектив сәбәптәр буйынса уның менән яңы урынға бара алмаған осраҡта кәрәк».

Закон милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла.

«Закон проекты хәрбиҙәрҙе, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән социаль ярҙам сараларын арттырыуға йүнәлтелгән», — тип өҫтәне Оборона буйынса комитет рәйесе Андрей Картаполов.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: