Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Ноябрь 2022, 15:52

“Золом ҡорбандары мәңге хәтерҙә”

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында “Золом ҡорбандары мәңге хәтерҙә” тип аталған түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Сарала золом ҡорбандары балаһы Черемхова ла тыуған Мортазин И., Таулыҡай ауылынан сәйәси золом ҡорбандарының исемен мәңгеләштереү маҡсатында асылған стеллаға күп көс һалған Салихов Р. етәкселегендәге инициатив төркөм Галин И., Исмәғилов Т., Бикеш урта мәткәбенең тарих уҡытыусыһы Зәйнуллин М. ҡатнашты.  

“Золом ҡорбандары мәңге хәтерҙә”
“Золом ҡорбандары мәңге хәтерҙә”

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында “Золом ҡорбандары мәңге хәтерҙә” тип аталған түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо.

Сарала золом ҡорбандары балаһы Черемхова ла тыуған Мортазин И., Таулыҡай ауылынан сәйәси золом ҡорбандарының исемен мәңгеләштереү маҡсатында асылған стеллаға күп көс һалған Салихов Р. етәкселегендәге инициатив төркөм Галин И., Исмәғилов Т., Бикеш урта мәткәбенең тарих уҡытыусыһы Зәйнуллин М. ҡатнашты.

Бала сағы фажиғәле йылдарға тура килгән Мортазин И. үҙенең Черемхова ла йәшәгән ваҡыттарын иҫкә төшөрҙө. Таулыҡай ауылында ”Ғәйепһеҙгә кәмһетелгән әсе яҙмыштар” исеме аҫтында асылған стелланың асылыу тарихы һәм эҙләнеү эштәре, исемлектәрҙе асыҡлау һәм теркәү тураһында Салихов Р., Галин.И., Исмәғилов Т. бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙеләр. Тарих уҡытыусыһы Зәйнуллин М. тарихи күҙлектән сығып репрессияның тарихта иң аяныслы йылдарҙың береһе икәнен әйтеп үтте.

Венера Ишбаева. 

Сығынаҡ: https://baimaklib.ru/novosti/zolom-orbandary-m-ge-h-ter/ 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: