Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Ноябрь 2022, 11:22

Яҡташтарына ярҙам күрһәтә

Беҙҙең халыҡта һынылышлы осорҙа бер-береңә ярҙам итеү, теләктәш булыу – ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Ғәҙелбай ауылынан Илгиз Әхмәтов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яҡташтарына ярҙам күрһәтә башлауы тураһында белдергән.  

Яҡташтарына ярҙам күрһәтә
Яҡташтарына ярҙам күрһәтә

Беҙҙең халыҡта һынылышлы осорҙа бер-береңә ярҙам итеү, теләктәш булыу – ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Мәҫәлән, Баймаҡ районында ғүмер итеүсе Илгиз Әхмәтов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яҡташтарына ярҙам күрһәтә башлауы тураһында белдергән.

– 1-се Этҡол, Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай, Ҡаратал, Ғүмәр, Ярат һәм Йәрмөхәмәт ауылдарынан мобилизацияға эләккән егеттәрҙең ата-әсәләренә транспорт ярҙамы кәрәк булһа (еңел машина хеҙмәте), миңә шәхсән яҙығыҙ һәм шылтыратығыҙ, – тигән Илгиз Әхмәтов. – Тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ. Был хеҙмәт өсөн бер ниндәй ҙә аҡса түләргә кәрәкмәй. Бәйләнеш өсөн телефоным – 8 905 30 90 678.

Ирекмән Илгиз Әхмәтовҡа “афарин!” тиеүҙән бүтән һүҙ юҡ. Баймаҡ егете барыбыҙға ла өлгө булып тора.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: