Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Октябрь 2022, 15:54

Хәҙер мутлашыусылар һеҙҙең исемгә кредит юллай һәм картанан аҡсағыҙҙы урлай алмаясаҡ

2022 йылдың 1 октябренән Рәсәй банкыһы күрһәтмәһе буйынса онлайн-банкта дистанцион операцияларҙы тыйырға, йәғни уларҙы тулыһынса ябырға йәки параметрҙарҙы сикләргә мөмкин. Мәҫәлән, бер транзакция өсөн максималь сумма йәки билдәле бер ваҡыт осорона лимит билдәләргә була. Барлыҡ дистанцион операцияларҙы ла, айырым хеҙмәтте лә (аҡса күсереүҙе онлайн-кредитлауҙы һ.б.) тыйырға мөмкин.- Был сара кибермутлашыусыларҙың йоғонтоһона дусар булыусан кешеләр, мәҫәлән, өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса көнүҙәк.- Хеҙмәт бушлай күрһәтелә - банкҡа (йәки клиент хеҙмәтләндерелгән бер нисә банкҡа) ғариза ебәреү ҙә етә. Клиент теләгән ваҡытта тыйыуҙы алып ташлай йәки параметрҙарын үҙгәртә ала.

Хәҙер мутлашыусылар һеҙҙең исемгә кредит юллай һәм картанан аҡсағыҙҙы урлай алмаясаҡ
Хәҙер мутлашыусылар һеҙҙең исемгә кредит юллай һәм картанан аҡсағыҙҙы урлай алмаясаҡ

2022 йылдың 1 октябренән Рәсәй банкыһы күрһәтмәһе буйынса онлайн-банкта дистанцион операцияларҙы тыйырға, йәғни уларҙы тулыһынса ябырға йәки параметрҙарҙы сикләргә мөмкин. Мәҫәлән, бер транзакция өсөн максималь сумма йәки билдәле бер ваҡыт осорона лимит билдәләргә була. Барлыҡ дистанцион операцияларҙы ла, айырым хеҙмәтте лә (аҡса күсереүҙе онлайн-кредитлауҙы һ.б.) тыйырға мөмкин.

- Был сара кибермутлашыусыларҙың йоғонтоһона дусар булыусан кешеләр, мәҫәлән, өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса көнүҙәк.

- Хеҙмәт бушлай күрһәтелә - банкҡа (йәки клиент хеҙмәтләндерелгән бер нисә банкҡа) ғариза ебәреү ҙә етә. Клиент теләгән ваҡытта тыйыуҙы алып ташлай йәки параметрҙарын үҙгәртә ала.

- Әгәр дистанцион операциялар тыйылған булһа, мутлашыусылар һеҙҙең исемгә кредит ала алмай. Хатта уларҙың һеҙҙең онлайн-банкингҡа инеү мөмкинселеге булған хәлдә лә был мөмкин түгел.

Клиенттарҙы кибер-мутлашыусыларҙан өҫтәмә һаҡлау өсөн банктар ҙа клиенттар онлайн-операция башҡарған бөтә ҡоролмаларҙы идентификацияларға, уларҙың телефон һандарын һәм электрон почта адресын раҫларға бурыслы. Бындай практика ҡайһы бер банктарҙа элек тә бар ине, ә хәҙер бөтә банктар өсөн дә мотлаҡ буласаҡ.

Әгәр кеше һәр саҡ банк ҡушымтаһы менән тик бер ҡоролманан ғына файҙаланһа, һәм ниндәйҙер бер мәлдә уға башҡа ҡоролманан инергә маташһалар, банк телефон аша йәки башҡа ысул менән быны тикшерергә - онлайн-банкҡа мутлашыусы түгел, ә, ысынлап та, клиент инергә тырышыуына инанырға тейеш, тип аңлата Рәсәй банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: