Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Сентябрь 2022, 10:08

Телефон операторы шылтыратып юҡ-бар һорай башланымы?

Туҡта! Был моғайын да мутлашыусылыр. Эксперт әйтеүенсә, телефондан мутлашыусылар йыш ҡына элемтә операторҙары аҫтында эш итә. Эксперттар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ:  Үҙ-үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн шикле VPN-сервистар менән ҡулланмаҫҡа кәңәш итә. Ә бына паролде уйлағанда 8 символдан да кәм булмағанын уйлап табырға һәм мәле менән үҙгәртеп тороу кәрәклеген белдерә. Бушлай вай-файҙы ҡулланыуҙан да баш тартығыҙ. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ кеше шылтыратып, иҫәптән аҡса юғалыуы тураһында хәбәр итһә, трубканы һүндереп, банктың үҙенә шылтыратығыҙ. Үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә тапшырмағыҙ һәм картаның артындағы кодты хәбәр итмәгеҙ. Әгәр һеҙгә шылтыратып, йәнәһе лә бәләгә осраған туғанығыҙ тураһында хәбәр итһәләр, ул әйткән иҫәпкә аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ. Туғанығыҙҙың, ысынлап та, ярҙамға мохтажмы, юҡмы икәнен белер өсөн, уның менән үҙегеҙ бәйләнешкә инергә тырышығыҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы һәм күршеләрегеҙҙе мутлашыусылар хаҡында иҫкәртегеҙ.

Телефон операторы шылтыратып юҡ-бар һорай башланымы?
Телефон операторы шылтыратып юҡ-бар һорай башланымы?

Мобиль элемтә операторҙары һуңғы ваҡытта мутлашыусыларҙы мобиль элемтә операторҙары булып йышыраҡ шылтыратыуы тураһында хәбәр итә. Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында илдә теркәлгән, шул иҫәптән ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәрҙең дөйөм һаны 1,8 процентҡа кәмегән. Транспортты урлап алып китеү иҫәбе 9% кәмегән, урлашыу - 2,7%, шул иҫәптән фатирҙарҙы урлау - 2,1%, автомобилдәрҙе урлау - 28,4%. Келәт-технологиялар ҡулланып ҡылынған енәйәттәр һаны 8 процентҡа кәмегән.

Башҡортостанда уҙған йыл менән сағыштырғанда енәйәттәр кәмегән. Мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып йәки компьютер мәғлүмәте өлкәһендә ҡылынған енәйәттәр һаны 10 процентҡа кәмегән. Бындай енәйәт төрөн асыу 28 проценттан ашыу тәшкил иткән. Дөйөм ҡылынған енәйәттәр иҫәбенән 39 проценттан ашыуы - Өфөгә, 24 проценты - ҙур ҡалаларға, 36 проценты самаһы ауылдарға тура килә.

Енәйәттәрҙең өстән ике өлөшө - интернет ярҙамында, һәр өсөнсөһө - иҫәп-хисап (пластик) карталарын ҡулланып, һәр дүртенсеһе мобиль элемтә ярҙамында ҡылынған. Мутлашыусылар шылтыратып, клиенттарға ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенән, тип үҙҙәрен таныштыра һәм картаһына блок ҡуйылыуы ихтималлығы тураһында хәбәр итә. Номерҙы һаҡлап ҡалыу өсөн абонентҡа мутлашыусы талап иткән һандар комбинацияһын йыйырға тәҡдим итәләр. Ошо һандар йыйымы шылтыратыуҙарҙы һәм смс-старҙы (шул иҫәптән банктарҙың кодтары менән) мутлашыусыларҙың номерҙарына йүнәлтеүҙе үҙ эсенә ала, был уларға дистанцион рәүештә банк иҫәптәре менән идара итеү һәм аҡсаны урлау мөмкинлеге бирә.

Зыян күреүсе исеменә мутлашыусылар шулай уҡ кредит алыу, бер көнлөк фирма асыу һәм онлайн-банкка инеү мөмкинлегенә эйә була. «Һис шикһеҙ, дәүләт, банктар һәм операторҙар телефондан мутлашыу проблемаһы менән борсола һәм антифрод-платформалар әҙерләүгә күп аҡса тотона. Ләкин телефон аша һөйләшеүгә аңлы рәүештә ҡараш һәм конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса белгестәрҙең ябай кәңәштәрен үтәү телефондан мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә ярҙам итәсәк», - тип иҫәпләй «Билайн» компанияһы эксперттары. Үҙ-үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн шикле VPN-сервистар менән ҡулланмаҫҡа кәңәш итә. Ә бына паролде уйлағанда 8 символдан да кәм булмағанын уйлап табырға һәм мәле менән үҙгәртеп тороу кәрәклеген белдерә.

Бушлай вай-файҙы ҡулланыуҙан да баш тартығыҙ. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ кеше шылтыратып, иҫәптән аҡса юғалыуы тураһында хәбәр итһә, трубканы һүндереп, банктың үҙенә шылтыратығыҙ. Үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә тапшырмағыҙ һәм картаның артындағы кодты хәбәр итмәгеҙ. Әгәр һеҙгә шылтыратып, йәнәһе лә бәләгә осраған туғанығыҙ тураһында хәбәр итһәләр, ул әйткән иҫәпкә аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ. Туғанығыҙҙың, ысынлап та, ярҙамға мохтажмы, юҡмы икәнен белер өсөн, уның менән үҙегеҙ бәйләнешкә инергә тырышығыҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы һәм күршеләрегеҙҙе мутлашыусылар хаҡында иҫкәртегеҙ.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: