Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2022, 11:56

Санитар авиация балаға ярҙам иткән

Алтынсы сентябрҙә Мәскәү ҡалаһынан Республика балалар клиник дауаханаһында ятҡан ауыр пациентты Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы Һәләкәттәр медицинаһы үҙәгендәге Санитар авиация үҙәгенең махсус борты килтерҙе.

Санитар авиация балаға ярҙам иткән
Санитар авиация балаға ярҙам иткән

Башҡортостан Республикаһында санавиацияны үҫтереү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙамын үҫтереү» федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Алтынсы сентябрҙә Мәскәү ҡалаһынан Республика балалар клиник дауаханаһында ятҡан ауыр пациентты Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы Һәләкәттәр медицинаһы үҙәгендәге Санитар авиация үҙәгенең махсус борты килтерҙе. Ул Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Н.И. Пирогов исемендәге Милли медицина-хирургия үҙәге».

Махсус борт Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған. Бәләкәй пациентты Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Санкт-Петербург дәүләт педиатрия университеты шарттарында дауалауҙы дауам итеү өсөн эвакуацияланылар.

- Баланы күсереү тураһындағы тәҡдим Федераль үҙәк белгестәре телемедицина консультацияһы үткәргәндә индерелде. Баланы клиник дауахананың анестезиолог-реаниматологтары күсерергә әҙерләне һәм медицина эвакуацияһы уңышлы үтәлде, - тип һөйләне Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин. 

Сабыйҙы Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Н.И. Пирогов исемендәге Милли медицина-хирургия үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы Һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең Санитар авиация үҙәге махсус борты менән артабан махсус дауалауҙы дауам итеү өсөн Санкт-Петербург дәүләт педиатрия университетына алып барҙылар.

2021 йылда Башҡортостандың санитар авиацияһы 145 осош яһаған. 2022 йылда 148 осош яһалған һәм 154 кеше эвакуацияланған.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: