Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Июнь 2022, 16:01

Һабантуйҙа «КЫМЫҘФЕСТ» халыҡ-ара фестивале уҙғарыласаҡ

Ул «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы сиктәрендә ойошторола.

Һабантуйҙа «КЫМЫҘФЕСТ» халыҡ-ара фестивале уҙғарыласаҡ
Һабантуйҙа «КЫМЫҘФЕСТ» халыҡ-ара фестивале уҙғарыласаҡ

Фестивалдә Хәйбулла, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Йылайыр, Дәүләкән һәм Әлшәй райондарынан ҡымыҙ бешеүселәр, шулай уҡ Бүрәт һәм Тыва республикаларынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Бөтә Рәсәй инвестиция форумында ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй төбәктәренең алдынғы ҡымыҙ етештереүселәре продукцияһы менән танышып ҡына ҡалмай, ә үҙҙәре лә, эсемлек эшләү технологияһын һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеп, оҫталыҡ сәғәтендә ҡатнаша ала.

Бынан тыш, фестиваль майҙансығында «Башҡорт атының тарихы» экспозицияһы тәҡдим ителәсәк. Ул йортлаштырылған тәүге аттарҙың табылыуы, башҡорт аттарының һуғыштарҙа ҡатнашыу тарихы менән бәйле тарихи факттар һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәк.

Был форумдың программаһында эшлекле зонаның эше лә ҡаралған, унда башҡорт тоҡомло аттарҙы яҡлау һәм һаҡлау, атап әйткәндә, контрафакт менән көрәш, ҡымыҙ һаҡлау һәм һатыу мәсьәләләрен, шулай уҡ быйыл августа Баймаҡ районында уҙасаҡ «Башҡорт аты көнө» байрамына әҙерлекте ҡарау күҙаллана.

Эшлекле программа спикерҙары:
- Хөсәйенов Әкрәм, «Ирәндек» фондының Эксперт комиссияһы рәйесе,
- Иштимеров Даян, «ТОЛПАР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусы,
- Шәрипов Рушан, Пермь крайы Башҡорттар ҡоролтайының милли спорт уйындарын үҫтереү буйынса башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Пермь крайының «Көрәш» федерацияһы президенты, «Барҙа продукты» пректы етәксеһе,
- Мәмбәтов Илмир, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең Ырымбур өлкәһендәге филиалы етәксеһе, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары,
- Сафин Илгиз, «Тарпан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры,
- Хәмитов Рәсих, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе,
- Аҙнабаев Урал, Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиле,
- Байбулов Ғәзиз Булат улы, шәхси эшҡыуар,
- Шәйҙуллин Рәшит, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы». Уның темаһы: «Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү өсөн «Башҡортостан легендалары» шәхси туристик проектының һәм «Ирәндек» хәйриә фондының үҙ-ара эш итеү концепцияһы»;
- Моратбаҡыев Фәнит, Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы».

Шулай уҡ программала Башҡортостан Республикаһы ҡымыҙ менән дауалау учреждениеларының экспозиция-күргәҙмәһе, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе һәм башҡорттарҙың көнкүреш мәҙәниәте менән танышыу өсөн этностилдә биҙәлгән тирмә бар.

Ул 10 сәғәт 30 минутта башланасаҡ. Майҙансыҡтың эше киске сәғәт 7-лә тамамлана.


СЫғанаҡ: https://forum-zauralye.com/news/mezhdunarodnyy-festival-kumysfest-vstrechaet-gostey-i-uchastnikov-investsabantuya-zaurale/ 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: