Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Апрель 2022, 12:02

Радий Хәбиров Сибай ҡала советы ултырышында ҡатнашты

Сибай ҡала Советы депутаттары Рөстәм Афзаловтың муниципалитет башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуын яҡлап тауыш бирҙе. Быға тиклем Сибай хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән Гүзәл Ишемғоловаға йөкмәтелде.  

Радий Хәбиров Сибай ҡала советы ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров Сибай ҡала советы ултырышында ҡатнашты

18 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡала округы Советы ултырышында ҡатнашты.

Сибай ҡала Советы депутаттары Рөстәм Афзаловтың муниципалитет башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуын яҡлап тауыш бирҙе. Быға тиклем Сибай хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән Гүзәл Ишемғоловаға йөкмәтелде.

Төбәк етәксеһе Рөстәм Афзаловҡа ҡала мэры вазифаһында башҡарған эше өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров уның идара итеү сифаттары республика кимәлендә талап ителәсәген билдәләне.

- Ил һәм республика алдында торған һорауҙарға яуап биреү өсөн беҙ идара итеү көстәрен туплайбыҙ һәм сифатлы яңы кимәлдә эш ойошторабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов дәүләт өлкәһендә етди эш мәктәбен үтте, муниципалитет башлығы вазифаһында үҙен эше менән күрһәтә алды. Шуға күрә беҙ уны яңы эшкә саҡырырға ҡарар иттек.

Һуңғы йылдарҙа Сибай яҡшы яҡтан үҫеште, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Яңы сәнәғәт һәм социаль объекттар сафҡа индерелде. Республика артабан да ҡала халҡының көнкүрешен нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

- Сибай хаҡлы рәүештә Урал аръяғының баш ҡалаһы тип иҫәпләнә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Халыҡ менән бергә предприятиеларҙы һәм учреждениеларҙы, транспорт инфраструктураһын, йәмәғәт киңлектәрен, социаль башланғыстарҙы үҫтереү буйынса етди пландарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Яңы хакимиәт башлығы ҡала халҡы ярҙамында был эште дауам итер, тип ышанам.

Рөстәм Афзалов, үҙ сиратында, Сибай халҡына муниципалитет менән һөҙөмтәле эш алып барғандары һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтте.

- Мин бында эшләгән осорҙа башҡарған эштәр бихисап булды, - тине Рөстәм Афзалов. - Беҙҙә көслө депутаттар корпусы булдырылған. Сибай халҡы ла ярҙам күрһәтә. Һәм, әлбиттә, ҡала үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибар бүлгән өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт.

Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров депутаттарға ҡабул ителгән ҡарарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Афзаловҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

 

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/152219.html 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: