Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Март 2022, 09:56

«Урман янғындарын һүндереү етәксеһе» сертификаттары бирелә башланы

Бындай сертификат 24 кешегә бирелде лә инде #нацпроекты 

«Урман янғындарын һүндереү етәксеһе» сертификаттары бирелә башланы
«Урман янғындарын һүндереү етәксеһе» сертификаттары бирелә башланы

2022 йылдың 9 мартынан 18-енә тиклем Өфө урман-техника техникумында «Урман янғындарын һүндереү етәксеһе» әҙерлеге йүнәлеше буйынса уҡыуҙар уҙғарылды. Ҡыҫҡа ваҡытлы курсты тамамлаусылар иҫәбендә Әбйәлил, Бәләбәй, Ғафури, Иглин, Нуриман, Маҡар, Туймазы, Өфө урман хужалыҡтары белгестәре бар. 

Лекторҙар сифатында Өфө урман-техника техникумы уҡытыусылары, республиканың Урман хужалығы министрлығы һәм Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге белгестәре сығыш яһаны.

- Курстарҙа алған профессиональ белемдәрен һәм оҫталыҡтарын урман янғындарын һүндереү етәкселәре практикала ҡулланасаҡ, шул иҫәптән, урмандарҙың яныу торошон һәм янғын хәүефһеҙлеген баһалаясаҡ, урман янғынын һүндереү өсөн көстәрҙең һәм сараларҙың кәрәкле булыуын иҫәпләп сығарасаҡ һәм туранан-тура янғынды һүндереүҙе ойошторасаҡ, - тип һөйләнеләр курстарҙы ойоштороусылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проекты сиктәрендә «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып урман фондында янғын сығыуҙарҙы булдырмау һәм тәбиғи янғындарҙан зыянды кәметеү буйынса эш алып бара.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/235650 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: