Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март 2022, 11:03

Сибай коворкинг үҙәге - эшҡыуарҙарҙы берләштереүсе ижади киңлек

«Эдельвейс һәм К» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коворкинг үҙәге 2019 йылдан алып эшләй һәм эшҡыуарҙар ғына түгел, ҡаланың үҙмәшғүл кешеләре, шулай уҡ бала тәрбиәләү буйынса отпускыла булып үҙ эшен дауам итеүсе йәш әсәләр араһында ла ҙур ихтыяж менән файҙалана башланы.  

Сибай коворкинг үҙәге үҙен төрлө эшмәкәрлек өлкәһе кешеләрен берләштереүсе һәм эшкә дәртләндереүсе уникаль ижади киңлек итеп күрһәтә. Шулай уҡ ял итеү һәм туҡланыу зоналары урынлашҡан эш урындары (офис техникаһын файҙаланыуҙы, бушлай интернетты, кофемашина һәм кулер менән файҙаланыуҙы үҙ эсенә ала) биреү сифатында хеҙмәттәр тәҡдим итә. Семинарҙар, күргәҙмәләр, концерттар үткәреү, ижади кисәләр ойоштороу өсөн конференциялар залы бирелә. Һуңғы ваҡытта спорт залы ҙур ихтыяж менән файҙалана, унда даими рәүештә күнекмәләр һәм ярыштар уҙғарыла.

2019 йылда «Эдельвейс һәм К» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы ҡала округында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү» муниципаль программаһын һәм «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә субсидия алды.

Коворкинг үҙәге ҡатнашыусылар өсөн даими рәүештә төрлө семинарҙар һәм тренингтар ойоштора, унда улар таныша, тәжрибә уртаҡлаша, яңы белем һәм оҫталыҡ дәрестәренда ҡатнаша, ә был һәр ваҡыт файҙалы һәм кәрәкле. Әйтәйек, 2021 йылда эшҡыуарлыҡ берләшмәһе өсөн 27 консультация һәм 34 сара уҙғарылған.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: