Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март 2022, 10:24

Бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереү проекты һеҙҙе саҡыра

БР-ҙағы Рәсәй Йәштәр союзы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Үҫеш киңлеге» Бөтә Рәсәй проектының төбәк этабында ҡатнашыусылар йыя башланы.  

Бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереү проекты һеҙҙе саҡыра
Бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереү проекты һеҙҙе саҡыра

БР-ҙағы Рәсәй Йәштәр союзы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Үҫеш киңлеге» Бөтә Рәсәй проектының төбәк этабында ҡатнашыусылар йыя башланы.

Проектҡа ҡушылыу өсөн 16-35 йәштәгеләргә дүртәр кешенән торған проект командаларына берләшергә кәрәк. Төп шарт - Башҡортостан Республикаһының 50 000-дән кәмерәк кеше йәшәгән бәләкәй биләмәләре һәм ҡалалары биләмәһендә йәшәү.

Проект сиктәрендә ҡатнашыусылар муниципалитет биләмәһендә тормошҡа ашырырлыҡ социомәҙәни проекттар төҙөү һәм уларҙы бойомға ашырыу нигеҙҙәренә онлайн-уҡытыу үтәсәк. Баш ҡалала майҙа үткәрелә торған төбәк мәктәбенә 25 команда һайлап алынасаҡ. 

Заявкалар 16 мартҡа тиклем ошо һылтанма буйынса ҡабул ителә.

- «Үҫеш киңлеге» программаһы - ул, проектлы ҡарашты ҡулланып, Башҡортостандың бәләкәй территориялары йәштәре өсөн үҙ тораҡ пунктының социаль мәсьәләләрен хәл итеү һәм уның территорияһында йәштәр проект берләшмәһен ойоштороу мөмкинлеге, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһындағы проект етәксеһе Адель Хөсәйенова.

Проект республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына уҙғарыла.

2022 йылда «Үҫеш киңлеге» федераль программаһы Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсын уҙғарыу майҙансығына әүерелде, унда ҡатнашыусылар проектты айырым конкурста тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй йәштәре грантын ота ала. 2021 йылда Рәсәй төбәктәрендәге проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең муниципаль берәмектәрен үҫтереүгә 30 000 000 һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: