Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Март 2022, 12:20

Шәкәргә ни өсөн хаҡ арта?

БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына хаҡтар һәм ҡайһы бер продукттарҙың магазин кәштәләрендә булыу-булмауы буйынса халыҡтан байтаҡ мөрәжәғәттәр килә. Айырыуса, шәкәр менән бәйле һорауҙар күп булды. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аныҡлыҡ биреп үтте.  

Шәкәргә ни өсөн хаҡ арта?
Шәкәргә ни өсөн хаҡ арта?

БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына хаҡтар һәм ҡайһы бер продукттарҙың магазин кәштәләрендә булыу-булмауы буйынса халыҡтан байтаҡ мөрәжәғәттәр килә. Айырыуса, шәкәр менән бәйле һорауҙар күп булды. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аныҡлыҡ биреп үтте.

- Теге йәки был әйберҙең хаҡының күтәрелеүенә бик күп факторҙар сәбәпсе булып тора. Шул уҡ сауҙа өҫтәлмәһе, талап ителеше йәғни һорау һәм тәҡдим араһындағы тигеҙлек, логистика өлөшө, етештереүсенең тауары булыуы, етештереүгә, һаҡлауға, килтереүгә, төрөүгә сығымдар хаҡы һәм башҡалар, - тип аңлатты ведомство башлығы.

Ул продукттың булыу-булмауына йоғонто яһаған тағы бер фактор - халыҡтың ихтыяжы ҙур булыуы хаҡында һөйләне. Сауҙа селтәрҙәре билдәләүенсә, һуңғы бер нисә көндә шәкәргә һорау бер нисә тапҡырға артҡан. Һатыусылар уны магазин кәштәһенә урынлаштырып өлгөрмәй икән.

Шулай уҡ ведомствола аңлатыуҙарынса, быға тиклем аҙыҡ-түлек етештереүсе Рәсәйҙең күп кенә предприятиелары сит ил етештереүселәре менән шәкәр ҡомо поставкалау буйынса эшләгән, хәҙер уларҙың бындай мөмкинлеге юҡ. Улар һатып алыуҙарҙы географияһын эске баҙарға йүнәлтте, шуның менән Рәсәй шәкәргә ихтыяжды арттырҙы. Был, үҙ сиратында, хаҡтарҙың бер аҙ артыуына килтерҙе.

- Етештереүселәр, дистрибьютерҙар һәм ритейл менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙек. Уларҙың һүҙҙәренсә, ихтыяждың ҙур булыуы арҡаһында улар һатып алынған шәкәр күләмен арттырған. Ул магазин кәштәләрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле тауар менән тулыландырырға мөмкинлек бирәсәк, ә тәҡдим менән хәлде тигеҙләү хаҡтар яйға һалыуҙы тотороҡландырасаҡ, - тип өҫтәне Алексей Гусев. - Килеп тыуған хәлдән күберәк файҙа алыу маҡсатында намыҫһыҙ файҙаланырға ҡарар иткән айырым сауҙагәрҙәргә килгәндә, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы менән берлектә эшләйәсәкбеҙ.

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: