Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Март 2022, 22:06

Банктарға сикләүҙәр индерелде

Быларҙың барыһы ла ҡулаҡсаға бәйле

Банктарға сикләүҙәр индерелде
Банктарға сикләүҙәр индерелде

Рәсәй банкы 2022 йылдың 9 мартынан 9 сентябренә тиклем аҡсаны валюта вкладтарынан йәки граждандарҙың иҫәбенән биреүҙең түбәндәге тәртибен билдәләй:

Клиенттарҙың барлыҡ аҡсалары валюта иҫәбендә йәки вкладтарҙа һаҡлана һәм вклад валютаһында иҫәпкә алына. Клиент иҫәптән 10 мең долларға тиклем ҡулаҡсаһын ала ала. Ә бына ҡалған аҡсаһын һумда алыр кәрәк була.

Шуныһы мөһим!!! Илебеҙгә долларҙың инеүе санкциялар менән сикләнгән. Шуға ла ҡулаҡсалы сит ил валютаһын һатыуға бәйле килеп тыуған сикләүҙәрҙең берҙән-бер сәбәбе. Һумға бәйле аҡсаға һәм вкладтарға санкциялар йоғонто яһамай. Иҫәптәге аҡсалар һаҡлана, шулай уҡ барлыҡ операциялар үҙ ваҡытында атҡарыла ала. 

 Рәсәй банктарында валюта иҫәбенең 90 проценты тиерлек 10 мең долларҙан артмай, йәғни валюта вкладтары йәки иҫәптәре тотоусыларҙың 90 проценты үҙ аҡсаһын ҡулаҡса менән тулыһынса ала аласаҡ.

Ошо ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа валюталар, валюта иҫәбенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, долларҙарҙа биреләсәк. Түләү көнөнә баҙар курсы буйынса башҡа валюталар долларға алмаштырыласаҡ. Валютаны банк кассаһында алырға мөмкин.

Граждандар аҡсаларын иҫәпкә һалған валютала артабан да һаҡлай ала. Вклад йәки иҫәп буйынса шарттар үҙгәрмәй. Вкладтар буйынса проценттар, ғәҙәттәгесә, вклад асылған валютала иҫәпләнә.

Граждандар яңы валюта иҫәптәрен һәм вкладтарын да аса ала, әммә ҡулаҡса менән операцияларҙың ваҡытлыса тәртибе ғәмәлдә булғансы, уларҙан аҡсаны түләү көнөндә баҙар курсы буйынса һумдарҙа алырға мөмкин.

Ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә булған осорҙа банктар граждандарға ҡулаҡса менән сит ил валютаһын һатмаясаҡ. Ә бына теләгән ваҡытта һәм теләгән күләмдә ҡулда булған сит ил валютаһын һумға алмаштырырға мөмкин.

Ниндәй банкта ниндәй күләмдә сит ил валютаһын һаҡлауына ҡарамаҫтан, клиенттар үҙ аҡсаһын ҡулына ала ала. Тик бына аныҡ бүлексәгә билдәле сумманы ҡулаҡса менән килтереү өсөн бер нисә көн талап ителеүе мөмкин.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: