Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Март 2022, 09:15

Инфраструктура үҫеүен дауам итә

Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә инфраструктура үҫешеүен дауам итә, яңы евроконтейнерҙар һатып алына, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә, ә юлдарға заманса сүп-сар ташыу машиналары сыға.   

Инфраструктура үҫеүен дауам итә
Инфраструктура үҫеүен дауам итә

Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә инфраструктура үҫешеүен дауам итә, яңы евроконтейнерҙар һатып алына, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә, ә юлдарға заманса сүп-сар ташыу машиналары сыға. 

Атап әйткәндә, ошо көндәрҙә сүп-сар контейнерҙары һәм уларға комплектлаусы изделиелар менән тәьмин итеүгә килешеү сиктәрендә «Өфөнө йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһының 1-се зона буйынса төбәк операторы 1100 литр күләмендәге күсмә евроконтейнерҙарҙың яңы партияһын алды.

- Заманса евроконтейнерҙар Өфөнөң контейнер майҙансыҡтарында үҙҙәрен хеҙмәтләндереүҙә яҡшы яҡтан күрһәтте һәм ҡала мөхитенә тиҙерәк үтеп инде. Ә халыҡҡа уңайлы булһын өсөн беҙ шунда уҡ контейнерҙарҙа беҙҙең бәйләнеш өсөн мәғлүмәтте яҙып ҡуйҙыҡ, - тип һөйләне контейнерҙар әйләнеше буйынса цех начальнигы Руслан Ильясов.

Контейнерҙар паркын яңыртыу халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға һәм «Экология» милли проекты күрһәткестәренә ирешергә мөмкинлек бирәсәк.
Тиҙҙән «Өфөнө йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһының төбәк операторы 500-ҙән ашыу евроконтейнер аласаҡ.


#зелёнаябашкирия #минэкологиирб #экобашкортостан #командахабирова #правительстворазвития #нацпроекты #регпроекты #нацпроектыбашкортостан
 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: