Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Февраль 2022, 10:49

Предприятиеларҙа продукция әҙерләү ваҡыты өс тапҡырға кәмене

Башҡортостанда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙа продукция әҙерләү ваҡыты 31 процентҡа кәмене. Был - Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге эксперттары ҡатнашлығында республикала ғәмәлгә ашырылған проекттар буйынса уртаса күрһәткес. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне. #нацпроекты

Предприятиеларҙа продукция әҙерләү ваҡыты өс тапҡырға кәмене
Предприятиеларҙа продукция әҙерләү ваҡыты өс тапҡырға кәмене

Башҡортостанда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙа продукция әҙерләү ваҡыты 31 процентҡа кәмене. Был - Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге эксперттары ҡатнашлығында республикала ғәмәлгә ашырылған проекттар буйынса уртаса күрһәткес. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.

— - «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыу предприятиелар өсөн бик файҙалы. Төбәктең Үҙәк башҡарма комитеты эксперттары етәкселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта, уларға эш системаһын яйға һалырға ярҙам итә. Хәҙер милли проектҡа Башҡортостандың 127 предприятиеһы инде. Беҙ йәлеп ителгән ҡатнашыусылар һәм булдырылған өлгөләр һаны буйынса күрһәткесте өстән бер өлөшкә тиерлек арттырып үтәйбеҙ, - тип билдәләне Айрат Фәхретдинов.
 
Мәҫәлән, БР РЦК-ы идаралығында эшләүсе предприятиеларҙың пилот ағымдарында һаҡсыл етештереү принциптарын һәм инструменттарын ҡулланыу арҡаһында етештерелеп бөтөлмәгән продукциялар һаны (уртаса 39 процентҡа тиклем) кәмене. Ә был, үҙ сиратында, предприятиены үҫтереү өсөн аҡса артып ҡалыуға килтерҙе. Етештереү уртаса 23 процентҡа артты. 
 

Белешмә өсөн:


«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Проектҡа инеү өсөн производительность.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.

#нацпроекты

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: