Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
10 Февраля 2022, 10:10

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең кәңәшмәһендә ҡатнашты

9 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил төбәктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов үткәрҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов ҡатнашты. #Путин

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең кәңәшмәһендә ҡатнаштыРадий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең кәңәшмәһендә ҡатнашты
Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең кәңәшмәһендә ҡатнашты

9 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил төбәктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов үткәрҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов ҡатнашты.

- Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға эшҡыуарлыҡ секторына 25 миллион кешене йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы. Илдәге күпселек төбәктәрҙең ошо йүнәлештә әүҙем эшләүен күрәбеҙ. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә үҙмәшғүл граждандар һанының ярайһы уҡ артыуы күҙәтелә, - тип билдәләне Андрей Белоусов. - Шул уҡ ваҡытта билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшмәгән төбәктәр ҙә бар. Шуға күрә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы дөйөм проблемаларҙы тикшереү һәм эшҡыуарлыҡ секторына өҫтәмә ярҙам сараларын эшләү мөһим.

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Илюшникова 2021 йылдың өсөнсө кварталы йомғаҡтары буйынса илдә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ секторында мәшғүллек кимәле 25,2 миллион кешегә етте тип билдәләне.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктәр араһында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса милли проектты тормошҡа ашырыу барышын, эшҡыуарлыҡ субъекттарын инженер селтәрҙәренә техник тоташтырыу процедураларын оптималләштереү мәсьәләләрен, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төбәктәрҙе рейтинглау методикаһын ҡараны.

Бынан тыш, көрсөккә ҡаршы саралар сиктәрендә эшҡыуарҙар республика бюджетынан 2021 йылдың эшләмәгән көндәренә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен түләүгә субсидиялар формаһында 590,9 миллион һум алды.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/218630 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас