Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
25 Января 2022, 04:16

"RU.БАШ.КА/ИКЕНСЕ АРАУЫҠ/"

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә үткәрелгән был күргәҙмә 4 февралдән асыла.

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә МБУ "ОИКМ" Күргәҙмә залында (21-се биҫтә, 4/5-е йорт) 4 февралдән "RU.БАШ.КА/ИКЕНСЕ АРАУЫҠ/" хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе башлана.

"RU.БАШ.КА" заманса сәнғәттең күргәҙмә проекты Рәсәй Рәссамдар ижади союзының тәжрибә ижади оҫтаханалары, Рәсәй художество академияһының Волга буйы бүлексәһе (етәксеһе Константин Худяков; проект кураторы Владимир Сафонов) сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Күргәҙмәлә Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил оҫталарының һынлы сәнғәт, графика, арт-фото һәм һанлы сәнғәт техникаһында башҡарылған эштәре ҡуйылған. Концепция - заманса һанлы киңлектә кеше тормошо.

Күргәҙмәгә Вәсил Ханнанов (Өфө ҡалаһы), Анна Штейнман (Санкт-Петербург), Сергей Кузнецов (Италия, Флоренция), Анатолий Баратынский (Израиль, Иерусалим), Октябрь ҡалаһы һәм башҡа биләмәләрҙең рәссамдарының эштәре ҡуйылды.

Билеттарҙы Күргәҙмә залында, Октябрь тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының онлайн-кассаһында (Культура.РФ порталы) һәм ПУШКИН КАРТАһы проекты буйынса алырға була.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/209742 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас