Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
24 Января 2022, 05:12

Янғынға ҡаршы көрәш хәҙерҙән башлана

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында 2022 йылғы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек дауам итә

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы һәм уның ведомствоһындағы учреждениелар 2022 йылғы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлеккә йүнәлтелгән бөтә кәрәкле ойоштороу-техник саралар уҙғара.

Әлеге ваҡытта планға ярашлы ағымдағы ремонт, шулай уҡ урман янғындарын һүндереү техникаһын һәм янғын һүндереү сараларын техник хеҙмәтләндереү дауам итә.

- Бындай эштәр бер ваҡытта ла туҡтағаны юҡ. Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау һөҙөмәтле булыуы күп осраҡта урман янғыны хәүефһеҙлеге техникаһының төҙөклөгөнә, һәр төрлө инвентарҙар һәм ҡоролмаларға бәйле, -- тип БР «Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе Айрат Йосопов.

Урман фондында янғын сығыуҙарҙы булдырмау һәм тәбиғи янғындарҙан зыянды кәметеү буйынса эште БР Урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проекты сиктәрендә «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып алып бара.

Автор:Эльмира Киеккужина