Өфөнән Дамир Ғөбәйҙуллин юҡҡа ғына микройәшелсәләрҙе үҫтерергә ҡарар итмәй. Бының үҙ тарихы бар. Барыһына ла пандемия сәбәпсе була. Эшһеҙ ҡалған ғаилә башлығы, 2020 йылда Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә иҫәпкә тора. Эшһеҙлек буйынса пособие ала башлай. Ваҡыт та күбәйеп китә. Дамир мәшғүллек хеҙмәте белгестәренән социаль контракт рәүешендә адреслы социаль ярҙам алыу мөсмкинлеге тураһында белеп ҡала. Ә был мөмкинлек яңы тормошҡа ишек аса. Йәш ир бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлай. Аҙаҡ социаль контракт төҙөй һәм йыл аҙағында дәүләттән һиҙелерлек ярҙам ала. Үҙ эшен 2021 йылдың ғинуарында башлап ебәрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам Башҡортостан Республикаһында йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ йәшәгән граждандарға күрһәтелә.
Социаль контракт буйынса граждандарға күрһәтелгән ярҙам ябай бер тапҡыр бирелә торған һәм айлыҡ түләүҙәрҙән ныҡ ҡына айырыла. Төп айырма шунда: социаль контракт, беренсе сиратта, ғаиләләргә үҙ-үҙеңде тәьмин итеүгә күсергә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
2024 йылға тиклем программаны тормошҡа ашырыу өсөн республикаға йыл һайын федераль бюджеттан 380 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителә. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды тормошҡа ашырыуға йыллыҡ финанслауҙың дөйөм күләме 435 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. 2021 йылда республикала йәшәүселәр менән 5102 социаль контракт төҙөлгән, түләүҙәр суммаһы 486,6 миллион һум тәшкил иткән. Шуның менән бергә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар менән - 1088, эш эҙләгән граждандар менән 1850 социаль контракт төҙөлгән; шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға дәүләттән 744 ғаилә ярҙам алған; ауыр тормош хәлен еңеп сығыуға йүнәлтелгән башҡа саралар буйынса 1420 социаль контракт төҙөлгән.